Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
17 Октябрь , 12:10

Хәҙер һаулығына бер ни янамай

Тырнаҡ ҡырҡҡысты йотҡан 6 йәшлек малай ҡотҡарылды

Хәҙер һаулығына бер ни янамай
Хәҙер һаулығына бер ни янамай

Өфөлә 17-се ҡала балалар дауаханаһы табиптары 6 йәшлек малайҙың ашҡаҙанынан тырнаҡтарҙы ҡырҡыу өсөн тәғәйен әйберҙе сығарҙы.Бының өсөн табиптар махсус кәрзин ҡулланған. "Ашығыс күрһәтмәләр буйынса балаға дөйөм ауыртыуҙы баҫа торған дауалау фиброгастроскопияһы үткәрелде. Процедура ваҡытында белгестәр махсус эндокорзин ҡоролмаһын ҡулланды, был ашҡаҙан һәм аш һеңдереү юлының лайлалы тиресәһен зарарламайынса, ҡыҫылмаларҙы һаҡлап тотоп алырға мөмкинлек бирҙе. Уңышлы операциянан һуң малайҙың хәле яҡшырҙы һәм бер нисә көндән уны тәҡдимдәр менән өйөнә ҡайтарып ебәрҙеләр», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Бындай операцияны яһарға «Һаулыҡ Һаҡлау»милли проекты сиктәрендә һатып алынған заманса ҡорамал ярҙам иткән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: