Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
17 Октябрь , 16:15

Быны киберһөжүм тип атарға мөмкин

Уяу булығыҙ, алдаҡҡа бирелмәгеҙ һәм мәғлүмәтте яңынан тикшерегеҙ...

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә депутаттарға киберһөжүм, мутлашыусыларҙың енәйәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереүе хаҡында иҫкәртте. Парламентарийҙарға һәм секретариат хеҙмәткәрҙәренә мессенджерҙар аша күпләп хәбәрҙәр, шылтыратыуҙар килә, тип хәбәр итте ул.

«Төрлө һылтау менән аҡса күсерергә мәжбүр итергә маташалар. Быны киберһөжүм тип атарға мөмкин. Мутлашыусылар миңә йәки минең коллегаларыма һылтана, махсус хәрби операция, Украина темаһына баҫым яһала. Сер түгел, был ил ошондай законһыҙ ғәмәлдәрҙең төп бенефициары булып тора. Уяу булығыҙ, алдаҡҡа бирелмәгеҙ һәм мәғлүмәтте яңынан тикшерегеҙ!» — тине парламент спикеры.

Автор:
Читайте нас: