Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
17 Октябрь , 08:25

Алдағы өс көнгә һауа торошо

19 октябрҙә көндөҙ көньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуа...

Алдағы өс көнгә һауа торошо
Алдағы өс көнгә һауа торошо

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ көнбайышта бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +6,+11 градус тәшкил итәсәк.

Йома, 18 октябрҙә, яуым-төшөм дә һиҙелерлек булмаясаҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Термометр бағанаһы төндә -1,-6°, урыны менән -11°, көндөҙ +7,+12°күрһәтәсәк.

Шәмбе, 19 октябрҙә, яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ көньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -1, -6°, урыны менән -11°тиклем, көндөҙ +7,+12°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: