Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
17 Октябрь , 17:15

"Ғаләмдең дүрт тарафы" тип аталған өр-яңы китаптың исем туйы үтте

20 октябрь Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тула. Ошо уңайҙан бөгөн "КИТАП" магазинында яҙыусының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "КИТАП" нәшриәтендә донъя күргән "Ғаләмдең дүрт тарафы" тип аталған өр-яңы китабының исем туйы үтте.

Яңы баҫма «Әҙәби мираҫ» серияһы аҫтында донъя күрҙе. Унда кешегә, уның бөйөклөгөнә, күңел матурлығына һәм рух батырлығына арналған шиғырҙар тупланған.
Сараны М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Морат Рафиҡов алып барҙы.
“Мостай Кәрим фонды” директоры, яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова тамашасыларҙы сәләмләп, китапты сығарыуҙа ярҙам иткән барыһына ла рәхмәтен белдерҙе.
Шулай уҡ Совет районы башлығы урынбаҫары Султан Рузиль улы Баҙыҡов, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Әсхәт улы Ғәзизов, тележурналист, С.Юлаев ордены кавалеры Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Мостай Кәримдең яңы сыҡҡан китабына баш һүҙ яҙыусы Ҡәҙим Аралбаев сығыш яһаны һәм әҙипкә арнап ойошторолған күргәҙмә менән дә таныштырҙы.
Сараны йәмләп М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләне.
М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары, Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов етәкселегендә әҙиптең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәренән өҙөк күрһәттеләр.
Тамашасылар саранан илһамланып, күтәренке кәйеф менән, яҙыусының китаптарын һатып алып, ихлас аралашып таралышты.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: