-7 °С
Ҡар
Өфөлә 51-се йәшендә «Салауат Юлаев» хоккей клубы тренеры Андрей Дәүләтов арабыҙҙан китте. Андрей Эуфетович 2017 йылдан 2024 йылға тиклем «Салауат Юлаев» хоккей клубында эшләне. Уның етәкселегендә команда бер нисә тапҡыр төбәк һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеүсе һәм призер булды. Хоккейсы булараҡ Андрей Дәүләтов тыуған клубынан тыш, Ленинград «Нефтсе»һе һәм Пенза «Дизель»ы өсөн сығыш яһай.
Андрей Эуфетович Дәүләтов менән хушлашыу бөгөн, 7 октябрҙә, 11.30 сәғәттә өфөлә спорт Һарайы алдындағы майҙанда үтәсәк.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.