Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
4 Октябрь 2024, 04:45

Ауылыбыҙ матур уңған ғаиләләре менән

Миләүшә һәм БарыйБайегетовтар – Юлыҡауылының абруйлығаиләләренең береһе.Матур балалар тәрбиәләп,гөрләтеп донъя көтөп,йәмәғәт эштәрендә әүҙемҡатнашып йәшәйҙәр

1992 йылдың көҙөндә
Миләүшә Ғәле ҡыҙы рәсем
уҡытыусыһы булараҡ хеҙмәт
юлын Юлыҡ урта мәктәбен-
дә башлай. Ошонда ул үҙе-
нең тормош иптәшен – Барый
Рәфҡәт улын осрата. Улар
оҙаҡ уйлап тормай, ғаилә ҡо-
ра. Йәшлектең ул матур са-
ғынан хәҙер утыҙ йыл үткән.
Биш балаға ғүмер бүләк итеп,
уларҙы аяҡҡа баҫтырғандар.
– Артҡа әйләнеп ҡарайым
да, ышанмай ҙа торам, ысын-
лап беҙ шул ҡәҙәре йәшә-
гәнбеҙме икән, тип. Күҙ асып
йомған арала булған кеүек.
Әлбиттә, тормош юлын үткән-
дә эргәбеҙҙә яҡын кешелә-
ребеҙ – атай-әсәйҙәребеҙҙең
булыуы беҙгә көс бирҙе.
Уларға мәңге рәхмәтлебеҙ, –
ти Миләүшә Байегетова тор-
мош юлы менән таныштырып.
Миләүшәнең үҙ-үҙен белә
башлағандан ҡулында ҡәләм-
дәре була. Көнөнә генә лә
бер дәфтәр тултырып һүрәт-
тәр төшөрөр булған.
Тырыш ҡыҙ донъя көтөү
серҙәрен әсәһенән өйрәнә.
Ә ул шундай егәрле әсәй,
ҡатын, өләсәй булған. Ҡатын-
ҡыҙҙарға күлдәк теккән, дебет
шәлдәр, ойоҡ, бейәләй, кофта-
лар бәйләгән. Миләүшә лә
әсәһенә ҡарап бәләкәстән
ҡал эштәренә өйрәнеп үҫә.
Беренсе класҡа барғансы уҡ
энә, ырғаҡ менән бәйләй
белгән. 8-се кластан һуң ул
Өфө ҡалаһындағы 2-се пе-
дагогия училищеһына уҡырға
инә. Дүрт йылдан ҡулына
рәсем уҡытыусыһы дипломын
алып сыға. Миләүшә Ғәле ҡы-
ҙы утыҙ ике йылдан ашыу
мәктәптә эшләп, бай тәжрибә
туплаған уҡытыусы. “Эшем
миңә шул ҡәҙәр ҡыуаныс
килтерә. Иртәнсәк яратҡан
мәктәбемә ҙур теләк менән
талпынып барыу, һуңынан
ғаиләңде һағынып, йүгереп
ҡайтыу – оло бәхет бит ул”, –
ти педагог.
Миләүшә, Юлыҡ урта мәк-
тәбендә бер йыл эшләгәс,
БДУ-ға уҡырға инә. Башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-
сыһы булып, рәсемдән тыш,
мәктәптә ошо фәндәр буйын-
са ла балаларға белем би-
рә башлай. 2019 йылда ул
ҡулына өсөнсө дипло-
мын ала – тарих уҡы-
тыусыһы. Өс дипломға
эйә булған Миләүшә
Ғәле ҡыҙы бәйләү-си-
геүҙе ташламай. Был
яратҡан шөғөлө ғү-
мерлек булып ҡала.
Бер үк ваҡытта уҡыусы
ҡыҙҙарҙы сигергә, бәй-
ләргә өйрәтә. “Шун-
дай ваҡытта әсәйемдең
һәр ваҡыт, белгән –
өйрәтә, белмәгән –
өйрәнә, тигән һүҙҙәре
иҫкә төшә”, – ти ул.
Миләүшә Ғәле ҡыҙы
ата-әсәһенең берҙән-
бер балаһы булып,
иркәләнеп, һөйөү һәм
наҙ тулы мөхиттә тәр-
биәләнеп үҫкән. Ләкин
уның күңелендә ҙур
ғаилә төҙөү теләге йә-
шәгән була. Шуға күрә
лә тормош иптәше Барый
Рәфҡәт улы менән биш бала-
ға ғүмер бирәләр. Уларҙың
барыһы ла бәләкәйҙән эшкә
өйрәнеп, уңған, егәрле булып
үҫә. Ҡыҙҙар әсәйҙәренә оҡ-
шап, ҡул эштәренә оҫта, ырғаҡ
менән дә, энә менән дә матур,
зауыҡлы әйберҙәр бәйләй.
Барый Рәфҡәт улы ауыл-
дың старостаһы булараҡ, төр-
лө йәмәғәт эштәрен ойошто-
ра. Йорт-ҡура эштәрендә өлгө
күрһәтеп, улы Таһирға ла ир-
егеттәр тәрбиәһе бирә. Ул да
атаһынан өйрәнеп, хәҙер трак-
тор ҙа, машина ла йөрөтә,
техниканы ремонтлай, иретеп
йәбештереү эшенә лә оҫта.
Ошо көндәрҙә Таһир хәрби
хеҙмәткә саҡырылды. Уның
Ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт
итеп, тыуған яҡтарға имен-
һау ҡайтыуын теләйбеҙ. Барый
Рәфҡәт улы әлеге ваҡытта
мәктәптең ҡаҙанлығында опе-
ратор булып эшләй. Бик уң-
ған, изге күңелле, балаларын
яратыусы атай, ҡатынын ихти-
рам итеүсе, ғаиләһенә терәк
булып тороусы ысын ир-егет.
Байегетовтарҙың өлкән
ҡыҙҙары Сәлимә Өфөлә йә-
шәй, “Байрам” магазинында
администратор булып эшләй.
Зөһрә БДУ-ның филология
факультетын ҡыҙыл диплом-
ға тамамлаған. Ғаиләһе ме-
нән Өфөлә йәшәй, ике ул үҫ-
терәләр. Әминәләре БДПУ-
ның филология факультетының
дүртенсе курс студенты. Ул-
дары Таһир Өфө сәнғәт-ху-
дожество колледжының һуңғы
курсында белем ала. Ҡыҙ-
ҙары Кәримә Юлыҡ мәктә-
бенең 9-сы класында уҡый.
Ауылыбыҙҙың ҡото булған
Миләүшә һәм Барый Байеге-
товтар ғаиләһенә именлек,
балаларының шатлыҡтарына
һөйөнөп, йәшәү йәме табып,
бәхетле ғүмер кисереүҙәрен
теләйбеҙ.
Зилә
ЗӘЙнӘҒӘБДИнОВА,
мәҙәни ойоштороусы.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас