Кисә уҡытыусылар көнө алданан баш ҡалала республиканың 100 иң яҡшы башҡорт, рус, туған тел һәм күп профилле полилингваль мәктәп уҡытыусыларын тәбрикләү тантанаһы үтте.
Быйыл комиссияға 198 педагогтың эштәре тапшырылды. Шуларҙың 75- е -башҡорт теле, 67- һе рус, 27- һе туған тел, 29 -ы полилингваль күп профилле мәктәп уҡытыусыларының эше ине. Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы уҡытыусылары иҫәбендә Баймаҡ лицей- интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ә.Д. Рәмова, 4 - се һанлы лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.Ә.Мырҙағәлина-Иҫәнбаева һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Т.Ш. Кейекбирҙина ла бар ине. Улар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең дипломына һәм аҡсалата премияһына лайыҡ булды. Үҙ эштәренең оҫталары булған яҡташтарҙың ҡыуаныстарын уртаҡлашабыҙ һәм артабан да уларға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.