Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
3 Октябрь 2024, 10:02

Яҡташтар умра хажына юллана

7 октябрь көнө Камил хәҙрәт Алсынбаев етәкселегендә 47 кеше Мәккәгә Умра хажына  юлға сығасаҡ.    

7 октябрь көнө Камил хәҙрәт Алсынбаев етәкселегендә 47 кеше Мәккәгә Умра хажына  юлға сығасаҡ.

Раббыбыҙ һәр мосолманға хәленән килгәнсе хаж ҡылыуҙы әмер иткәндә, Пәйғәмбәребеҙ сгс. Умра хаж ҡылыуҙы ла ҡушҡан. Изге урынға йәш сикләүенә ҡарамай сәләмәтлеге ныҡ булған һәр кем бара ала. «Хажға барыу - ҙур һынау урыны. Унда һауа торошо  түҙеп торғоһоҙ эҫе була. Сираттарға түҙмәгән кешеләр ҙә осрай. Ниндәй генә хәлдәр булмаһын, Алаһҡа шөкөр итеп, сабыр, тәртипле йөрөр кәрәк. Сәфәргә әҙерлекле барыу мөһим», - тине былтыр Умра хажына  барып ҡайтыусы Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин.  

Ислам дине нигеҙен тәшкил иткән биш ғәмәлдең береһен башҡарарға  ошо көндәрҙә 47 кешенең, 39 - ы Баймаҡ районынан, ҡалғандары - Учалы, Сибай, Өфө ҡалаларынан һәм Әбйәлил районынан. Уларҙың барыһы ла  «Иҙел тур» ы аша барасаҡ.  Беҙҙең изге урынға барып, Умра хажын ҡылыуҙың маҡсаты - илгә именлек, тыныслыҡ теләп доға ҡылыу», - тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште Баймаҡ ҡалаһының «Нәсихәт» мәсете имам -хатибы Камил хәҙрәт.

Уларҙы алда оҙон юл, ҙур сәйәхәт, изге эш көтә.  Уй - теләктәрегеҙ ҡабулдарҙан булһын, сәфәргә юл алыусы яҡташтар!

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас