+21 °С
Болотло
Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, район Советы депутаты Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһарманова етәкләгән Беренсе Төркмән мәктәбе коллективы уҡытыу-тәрбиә эшендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, Моҡас ауыл биләмәһенең тормошонда мөһим роль уйнай.
Бай тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, танылған белгестәре менән дан тотҡан уҡыу йорто бөгөн дә үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы лайыҡлы атҡара, белемле, рухлы йәш быуын тәрбиәләүгә күп көс һала.
Коллектив милли матбуғатты күтәрмәләү, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын урында тормошҡа ашырыуға күп көс һала.
"Бөтә коллектив менән - "Һаҡмар"ға!" акцияһын улар районда иң беренсе булып башлап ебәрҙе һәм бөгөн баҫмаға дәррәү яҙылды.Афарин, төркмәндәр!