+21 °С
Болотло


Күптән түгел Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов етәкселегендә Билалда ойошманың күсмә ултырышы үткәйне.Унда урындағы ҡоролтай рәйесе итеп Иҫәнъюлов Данис Рәфҡәт улы һайланды. Яңы етәксегә "Ҡоролтай" аллеяһын тәртипкә килтереү бурысы ла йөкмәтелде.
Бөгөн билалдар дәррәү өмәгә сыҡты.Мәктәп уҡытыусылары, мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте белгестәре, ауыл активы аллеяға 15 төп ҡарағай һәм 15 төп ҡайын аралаштырып ултыртты, һыу һибеүҙе ойошторҙо.
Афарин, билалдар!