Ысынлап та, ошо йырҙағыса, һәр кеше йылмайыуға һәм иғтибарға лайыҡлы, ә инде өлкән йәштәгеләр хәстәрлеккә, йылы һүҙгә мохтаж. Сөнки ололар – донъя тотҡаһы, ауылдың йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә өлгөһө ул. Әхмәр клубында Халыҡ-ара оло йәштәге кешеләр көнөнә арналған “Ҡартаямы ниһуң йөрәк?” исемле сара тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотто ла инде.
Китапханасы һәм клуб мөдире Ләйсән Әбдисова ойошторған байрам ойошҡанлы үтеүе менән барыһын да хайран итте, ул матур концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Унда Әхмәр мәктәбе уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең сығыштары менән ҡыуандырҙы. Ләйсән Морат ҡыҙы етәкләгән “Килендәр” фольклор
ансамбле милли колоритлы йырмоңдары, бейеүҙәре менән таң ҡалдырҙы. Әйткәндәй, был коллективта шөғөлләнгән Таңсулпан, Гөлшат Тәслимә Мәтиновалар, Флүзә Күзибаева, Гөлниса Ишйәрова, Рәйсә Иҙрисова, Земфира Кәримова, Фәрхәнә Амантаева, Әлфиә Айытбаева, Рәйлә Аҫылбаева, Гөлдәр Хәсәнова һәм Суфия Насырова ауылда үткән һәр сараның йөҙөк ҡашы булып тора. Байрам артабан мәктәптә сәй табыны артында дауам итте. Унда ветерандар үҙҙәренең хеҙмәт һәм тормош юлындағы тәжрибәләре менән уртаҡлашты, фекер алышты, йыр-моң һуҙҙы. Бик тә күңелле үтте был байрам. Әйтергә кәрәк, китапханасы һәм клуб мөдире Ләйсән Әбдисова, “Килендәр” фольклор ансамбленең, шулай уҡ мәктәп һәм балалар баҡсаһы коллективының тырышлығы һәм маҡсатлы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ауылда төрлө мәҙәни саралар гөрләп үтеп тора, уларҙа ысын мәғәнәһендә халыҡҡа рухи-мәҙәни аҙыҡ өләшелә. Әхмәрҙәр Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының “Сәләмәт ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Абҙаҡ ауылына ла төрлө саралар ойоштороуға ярҙам итә. Күптән түгел бында Абҙаҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә Ҡорот байрамы үткәрелде. Унда оҫтабикәләр милли ризыҡты эшләү серҙәрен өйрәнде, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, абҙаҡтар ҙа, әхмәрҙәр ҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам оҙатыуға күп көс һала. Күптән түгел улар баҡсаларындағы мул уңыштан салаттар әҙерләп, МХО зонаһына ебәргән. Бынан тыш, ауыл халҡы башҡа ярҙам саралары ла ойоштора. Республикала билдәләнгән Милли кейем көнөнә төрлө саралар ойоштороу бында матур йолаға әүерелгән. Ошо көндө “Килендәр” ансамбле мәктәптә булып, халҡыбыҙҙың милли кейеменә арналған сара үткәреп ҡайтты. Ансамбль ағзаһы Земфира Кәримова уҡыусыларға үҙ ҡулдары менән эшләгән башҡорт биҙәүестәре, кейемдәрен күрһәтеп, улар тураһында төплө итеп һөйләне.
Әхмәр клубында юбилярҙарҙы хөрмәтләү, бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә арнаған ветерандарҙы тәбрикләү матур йолаға әүерелгән. Күптән түгел ауылдың абруйлы уҙаманы, тыл ветераны Мәжит Ҡадыровтың – 95 һәм ветеран уҡытыусы Вилүрә Харрасованың 90 йәшлек юбилейҙарына арналған шәп кисә ойошторолдо. Уларҙы райондың ветерандар советы, Моҡас ауыл биләмәһе хакимиәте, урындағы мәктәп коллективы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, “Килендәр” ансамбле тәбрикләне, иң изге теләктәрен еткерҙе. Әйтергә кәрәк, был абруйлы ветерандар һоҡланғыс ғүмер юлы үткән. Әхмәр ауылында тыуып-үҫкән Мәжит Әғзәм улының бала сағы ауыр йыл- дарға тура килә. Ауыл мәктәбенең ете класын тамамлағас, хеҙмәт юлын 1942 йылда Түбә ҡасабаһында башлай. 1943 йылдан алып 1945 йылға тиклем хеҙмәт армияһында, урман ҡырҡыу эшендә була. Унан ҡайтҡас, ситтән тороп Саратов ҡалаһындағы бухгалтерҙар әҙерләү курстарында уҡый. Артабан ауыл Советы секретары, аҙаҡ, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, “Ирәндек”, “Сибай”, “Һәүәнәк” совхоздарында бухгалтер булып эшләй. Уның 50 йыллыҡ эш стажы бар. Намыҫлы хеҙмәте “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны”, “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалдары, Рәсәй Президенты, БР Башлығының Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән баһалана.
Мәжит Әғзәм улы тормош юлдашы Шәрифә Әхмәтгәрәй ҡыҙы менән матур ғүмер кисереп, алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Вилүрә Шәйхи ҡыҙы иһә бар ғүмерен йәш быуынға аң-белем һәм тәрбиә биреүгә арнай. Түбә руднигында тыуған ҡыҙ ауылда башланғыс белем ала, артабан Беренсе Этҡол ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай, Баймаҡ ҡалаһында ла уҡый.
1953 йылда Темәс педучилищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йәнйегет ауылында башлай. Шулуҡ йылда Дәүләт ауылында мәктәп асып, 1954 йылдың авгусына тиклем уҡытыусы булып эшләй. Хеҙмәт юлын артабан Әхмәр ете йылыҡ мәктәбендә дауам итә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын да тамамлай, ба-лаларға рус теленән белем бирә. Күсей мәктәбендә уҡытыусы, завуч булып та эшләй. Тормош иптәше Мөхәмәт Әбдисов менән өс балаға ғүмер бирәләр. Әйткәндәй, Мөхәмәт Ғәлиастан улы ғүмерен ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә арнай, район хужалыҡтарында етәксе булып эшләй.
Атап үтелгән юбилярҙарҙың тормош юлы йәш быуынға өлгө булып тора һәм ошондай саралар ойоштороу, ветерандарҙың намыҫлы хеҙмәтенә дан йырлау ысын мәғәнәһендә маҡтауға лайыҡ.
Азамат МөХӘМӘТШИН.