Таулыҡай ауылында йәшәүсе Гөлсирә Мөхәмәтшинаны ауылдаштары уңған баҡсасы булараҡ белә. Уның ихатаһына барып инеү менән, аллы-гөллө сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша, ишелеп уңған йәшелсә-емештең күплелеге һоҡландыра. “Баҡса эштәрен бала саҡтан яратам. Ул шөғөл күңелемә ял бирә”, - тип йылмая мәҡәләм геройы.
Уңған хужабикәнән мул уңыш алыуҙың сере нимәлә икәнлеге менән дә ҡыҙыҡһындым. “Тупраҡтың яҡшы булыуы - төп шарт. Быға иһә мин бик яуаплы ҡарайым, уны яҡшы итеп эшкәртәм, ашламалар, янған тиреҫ, ҡом һибәм, химикаттар ҡулланмайым. Кәбеҫтәне лә йыл һайын күпләп сәсәм. Күптәр уны төрлө бөжәктәрҙән һаҡлай алмағанға күрә, үҫтермәҫкә тырыша. Мин дә яйлап, йылдар дауамында, уны һаҡлау серҙәренә өйрәндем - кәбеҫтәнең эргә-тирәһенә бәрхәт сәскәләрен сәсәм, был осраҡта уға аҡ күбәләктәр яҡынлай алмай”, - тигән кәңәше менән дә уртаҡлашты ул.
Һәр үҫентене бөтә шарттарға тура килтереп үҫтерә ул. Февраль айҙарында уҡ хужабикәнең өй түрҙәрендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ үҫентеләр урын ала. Аҙаҡ, көндәр йылыныу менән, уларҙы тышҡа сығара. Ҡара яҙҙан көҙгә тиклем матур итеп тәрбиәләй. Йәшелсә-емеш тә хужабикәнең ышанысын аҡлай - ишелеп уңа. Кукуруз, ҡыяр, топинамбур (ер грушаһы) помидор, сөгөлдөр, мята, кишер, ҡабаҡ, ҡауын, борос... Баҡсала йәшелсә-емештең ниндәй генә төрө юҡ! “Ҡышҡылыҡҡа бик күп итеп төрлө салаттар эшләйем, тоҙлайым, ҡайнатмалар әҙерләйем. Һатыуға сығармайым. Балаларым, туғандарым менән йыл әйләнәһенә рәхәтләнеп ашайбыҙ. Уларға күстәнәскә бирәм. Күңел йылыһы һалып үҫтергән уңышымдың ризыҡтары тәмле лә, туҡлыҡлы ла”, - тип һүҙен дауам итте ул. Хужабикәнең иң яратып әҙерләгәне – ирәүән ҡайнатмаһы. Уны былай әҙерләй ул: 1 кг ирәүән, 1,5 кг шәкәр, 1 стакан һыу, ике банан. Банан үҙенсәлекле тәм биреп, татлы ризыҡтың бик тәмле килеп сығыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Гөлсирә Салауат ҡыҙы үҙенең йәшелсә-емештәре менән ауылда үткән төрлө күргәҙмәләрҙә лә ихлас ҡатнаша. Күптән түгел һайлау көндәрендә мәҙәниәт йортонда ойошторолған “Бай баҡса” конкурсында уның бик бай күргәҙмәһе икенсе урынға лайыҡ булды.
Балалары - ҡырҙа вахта ысулы менән эшләгән улы Данил, хәҙер инде тормошта булған ҡыҙҙары Гөлфизә, Наҙгөл, ейәне Юлдаш - Гөлсирә апайҙың баҡса эшендә төп ярҙамсылары. Улар ауылға ҡайтыу менән, иң беренсе баҡсаға сәйәхәт ҡыла, әсәләренә түтәлдәрҙе сүп-сарҙан таҙартыша, һыу һибешә.
Ихатаһында үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыусы, үҫеп ултырған һәр сәскәгә яратып өндәшеүсе Гөлсирә апайға «афарин» тиергә генә ҡала.
Альбина Байегетова.