Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
16 Сентябрь 2024, 18:38

Халыҡ мәнфәғәтенә эшләгән шәхес

Билал ауыл биләмәһенең генә түгел, ә райондың билдәле шәхесе, танылған етәксе З.Х. Әминев ошо көндәрҙә олпат юбилейын – 75 йәшен билдәләй. Зәйнулла Хәсән улы барлыҡ хеҙмәт юлын райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә, ғүмерен туған халҡына тоғро хеҙмәт итеүгә арнаған, намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй ҡаҙанған арҙаҡлы уҙаман.

Зәйнулла Хәсән улы һәмән

ауылында тыуған. Билал мәктәбен, Баймаҡ ауыл хужалығы

техникумын тамамлағас, хеҙмәт юлын “Һәүәнәк” совхозының

Билал фермаһында зоотехник

булып башлай. Ватан алдындағы

бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң,

атап үтелгән хужалыҡта эшләүен

дауам итә. Шул осорҙа районда иң артта һөйрәлгән подразделение 1973-1974 йылдарҙа

төбәктә алдынғылар рәтенә сыға,

З.Әминев һәм бер төркөм малсыларға хеҙмәттәге уңыштары

өсөн “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе тапшырыла. Тап

шул йылдарҙа ул ситтән тороп

Башҡортостан ауыл хужалығы

институтын тамамлай.

Байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән белгесте 1980 йылда

Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозға баш зоотехник

итеп тәғәйенләйҙәр. Ул йылдарҙа

хужалыҡ рәйесе булып алдынғы

ҡарашлы етәксе Ф.Һ. Исрафилов

эшләне. Тап шул осорҙа уларҙың

тырышлығы менән байтаҡ эштәр

бойомға ашырыла: Үрге Иҙристә

заман талаптарына яуап биргән

малсылыҡ базаһы төҙөлә, малсыларға эшләү һәм йәшәү өсөн

яңы шарттар тыуҙырыла. етештереүсәнлек тә арта. Зоотехния

хеҙмәтен ике йыл уңышлы етәкләгәндән һуң, Зәйнулла Хәсән

улы колхоздың партия комитеты секретары итеп тәғәйенләнә.

Малсылыҡта ғына түгел, үҫемлекселек өлкәһендә лә урындағы

партия ойошмаһы тарафынан

яңы социалистик ярыш алымдары ойошторола. Дүрт ауыл клубында ла художество үҙешмәкәр түңәрәктәр булдырыла, округ

концерттары гөрләп үтә, депутаттар һайлаусылары менән даими

осраша. Депутаттар, агитаторҙар миҙгелле баҫыу кампаниялары осоронда “молния”лар,

“боевой листок”тар сығара,

һәүәҫкәр артистар хеҙмәтсәндәр

алдында сығыш яһай. Бер үк

ваҡытта ауылдарҙы төҙөкләндереү киң ҡолас ала. Хужалыҡ

хеҙмәтсәндәренә эшләү өсөн

бөтөн шарттар тыуҙырыла. Ошо

хаҡта Ҡолсора ауылынан матбуғат һәм хеҙмәт ветераны, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Салауат Мөхәмәтшин бына нимә ти:

“Үткән быуаттың 80-се йылдарында Октябрҙең 50 йыллығы

исемендәге колхозға Фрунзе

Исрафилов һәм Зәйнулла Әминев етәкселек иткән осорҙа ул

күп күрһәткестәр буйынса үҫеш

кисерҙе, байтаҡ объекттар файҙаланыуға тапшырылды. Зәйнулла Хәсән улы баш зоотехник

вазифаһын башҡарған ваҡытта

ла, партком секретары булып

эшләгәндә лә үҙ бурыстарына

бик яуаплы ҡараны, белгестәргә

лә, ябай хеҙмәтсәндәргә лә яҡшы мөғәмәлә булды, ябайлығы,

алсаҡлығы менән айырылып торҙо. Шуға ла уны ихтирам һәм

хөрмәт иттеләр. Үҙемдең Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге

колхозға, уның данлыҡлы етәксе,

белгестәре, хеҙмәтсәндәренә, ауылдарыбыҙ халҡына

арналған “Данлы,

ырыҫлы төйәгем”

исемле тәүге китабымда Зәйнулла

Әминев тураһында

күләмле мәҡәлә

урын алыуы ла юҡҡа

түгел”.

1984 йылда З.Х.

Әминевты партияның район комитеты

Свердловск юғары

партия мәктәбенә

уҡырға ебәрә һәм

уны уңышлы тамамлағандан һуң,

райондың иң эре ауыл хужалығы

препдприятиеһы – “Йылайыр”

совхоз-техникумына партия комитеты секретары итеп тәғәйенләй. Унда дүрт йыл эшләгәндән һуң, Зәйнулла Хәсән улы

ауылдаштарының үтенесе буйынса яңы ойошторолған “Күгиҙел” совхозына директор булып ҡайта.

Тәжрибәле етәксе был вазифала ла үҙен һынатмай. Ул

йылдарҙа хужалыҡ иң рентабелле эшләүсе предприятиелар

рәтенә баҫа, төҙөлөш киң ҡолас ала. Орлоҡ келәттәре, мал

аҙбарҙары, йылы гараждар һәм

башҡа объекттар файҙаланыуға тапшырыла. Ауыл хужалығы

белгестәренә өс тиҫтәгә яҡын

бура бурала, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, ҡарауһыҙ ҡалған ололарға совхоз

иҫәбенә алты йорт төҙөлә. Ике

таҡта ярыу цехы эш башлай.

Яңы йорт һалыусыларға техника бушлай бүленә. Һөҙөмтәлә

ауылдарҙа яңы урамдар барлыҡҡа килә.

Ул йылдарҙа хужалыҡ етәкселәре хакимиәт башлығы вазифаһын да башҡара. Социаль

мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүленә. Өмөтбайҙа – мәктәп, Һәмәндә – клуб, Билалда амбулатория, ашхана, участка дауаханаһы эшләй башлай. Һуңғыһын кәрәк-яраҡтар менән

тәьмин итеү совхоз иҫәбенә

башҡарыла.

Амангилденән Темәскә газ

торбалары һуҙыуға проект-смета

документтары әҙерләү “Күгиҙел”

совхозы етәкселегенә йөкмәтелә.

Зәйнулла Хәсән улы шул мәлдә үҙ

инициативаһы менән ауылдар

эсендәге газ селтәренә лә проект

эшләтеп өлгөрә. Һәм 1993-1996

йылдарҙа атап үтелгән газ үткәргесте төҙөүҙә етәкселек итә.

1996 йылда З.Х. Әминев

Билал ауыл хакимиәте башлығы

итеп тәғәйенләнә. Уның тырышлығы менән Билал, Өмөтбай

мәктәптәренә “зәңгәр яғыулыҡ”

килеп етә. Билал ауылы юлдарына асфальт түшәлә, клуб,

балалар баҡсаларына капиталь

ремонт үткәрелә. “Һаумыһығыҙ,

ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары, башҡа күп саралар

ойошторола.

Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул Билал мәктәбендә хәрби әҙерлек дәрестәре алып бара.

Мәктәптең партия ойошмаһы рәйесе, район профсоюзының бюро ағзаһы була. З.Әминев һәр саҡ әүҙем йәмәғәт тормошо алып барҙы. Ул оҙаҡ йылдар Һәмән ауылы старостаһы вазифаһын уңышлы атҡарҙы, мәсет, фельдшер пунктының асылыуында, зыяратты кәртәләп алыуҙа, башҡа эштәре атҡарыуҙа өлөшө ҙур булды. Хәҙер инде Зәйнулла Хәсән улы Билал ауыл биләмәһенең ветерандар советын етәкләй.

Тормош юлдашы Ишһылыу Йомағужа ҡыҙы барлыҡ ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаны. Ул район мәктәптәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, ҙур абруй ҡаҙанды. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Рәсәйҙең мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ булды. Әйткәндәй, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та яҡшы беләләр уны. Ишһылыу Әминева оҙаҡ йылдар ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләне, әле “Ағинәйҙәр” ойошмаһының эшендә әүҙем ҡатнаша Билал ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Ишһылыу менән Зәйнулла Әминевтар үҙҙәре кеүек эшһөйәр, алдынғы ҡарашлы балалар тәрбиәләп үҫтерҙе. Ҡыҙҙары Гөлнара – билдәле эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, ҡала һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Улдары ринат Өфөлә йәшәй, врач булып эшләй, фирма етәксеһе. ришат иһә, БДУ-ның Сибай институтын тамамлап, бөгөн фермерлыҡ йүнәлеше менән уңышлы шөғөлләнә. Кесе улдары Илшат Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй.

Ҡайҙа һәм кем булып эшләүенә ҡарамаҫтан, Зәйнулла Хәсән улы үҙен оҫта ойоштороусы, абруйлы етәксе итеп танытты. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе, “Хеҙмәт ветераны”, “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары, Почет грамоталары менән бүләкләнә. Бөгөн дә ул тыуған ере, туған халҡы мәнфәғәтендә йәшәй һәм эшләй.

Азамат МӨХӘМӘТШИН.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас