Ғаилә йылы
15 Сентябрь 2024, 12:43

"Йәшел ҡалҡан" һағында

Бөгөн иң изге һәм маҡтаулы һөнәрҙәрҙең береһе - Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй

"Йәшел ҡалҡан" һағында"Йәшел ҡалҡан" һағында
"Йәшел ҡалҡан" һағында

Йыл һайын сентябрь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә Урман хеҙмәткәре һөнәри байрамын билдәләй.Урмандарҙы һаҡлау һәм яҡлау, уларҙы тергеҙеү буйынса ғәйәт күп, мөһим мәсьәләләрҙе үҙ иңенә алған бурыстарҙы атҡара был һөнәр эйәләре һәм йәшәйешебеҙ үҫешендә ҙур урынды биләп тора.

Башҡортостан Республикаһының "Урмансылыҡтар менән идара итеү" дәүләт учреждениеһының Баймаҡ урмансылығы буйынса бүлек начальнигы Илдар Рахманғолов һәм Баймаҡ урман хужалығы директоры Өлфәт Ғәлиәхмәтов етәкләгән коллективтар үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы атҡара, һөнәренең ысын оҫталары булып тора.Байрамды ла улар яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай.

Урман хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ.Урмансылар тураһында гәзитебеҙҙә махсус репортаж менән таныша алаһығыҙ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас