Ғаилә йылы
15 Сентябрь 2024, 04:45

Гектарынан - 40 центнер!

"Ленин" ЯСЙ-һы иген культураларынан рекордлы уңыш йыя

Гектарынан - 40 центнер!Гектарынан - 40 центнер!
Гектарынан - 40 центнер!

Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкләгән предприятиела урып-йыйыу эштәре ойошҡанлы бара.Хужалыҡ миҙгелле кампанияларҙы тейешле технологиялар нигеҙендә атҡарып сығып, әле иген культураларынан йылына күрә рекордлы уңыш йыя. Һоло бында 40 центнер төшөм бирҙе. Тәбиғәт ҡаты һынауҙар ҡуйһа ла, производствоны оҫта ойоштороу, игенселек технологияһын аныҡ күҙәтеү, бөтөн хеҙмәттәрҙең иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы атҡарыуы ошондай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе.Бында Баш агроном Ишбулды Күсәрбаев, баш инженер Ғәле Сәғәҙәтов, хужалыҡ производствоһының башҡа хеҙмәттәренең, игенселәрҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Һеҙ һүрәттә баш инженер Ғәле Сәғәҙәтов (уртала), алдынғы комбайнсылар Самат Сәйетов һәм Айрат Туйсинды күрәһегеҙ.Предприятиены үҫтереүгә тос өлөш индергән, барлыҡ хеҙмәт юлын ауыл хужалығына арнаған хеҙмәт батырҙары улар.

Әйткәндәй, хужалыҡ килограмын 6 һум менән таҙартылған һоло һата.Ә инде һаламды бушлай алырға мөмкин.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас