Байыш ауылында Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлау кампанияһы ойошҡанлы бара.Урындағы участка һайлау комиссияһы рәйесе Фәнил Иҙрис улы Мортазин етәкләгән коллектив үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы атҡара, һайлаусылар өсөн бөтөн шарттар тыуҙыра.
Һайлау участкаһында балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең тырышлығы менән йәрминкә ойошторолдо, өҫтәлдәр төрлө ризыҡтан һығылып торҙо.
Бер үк ваҡытта "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу ойошторолдо.Был тәңгәлдә урындағы мәктәп уҡытыусыһы, китапханасы Нурзиә Фәрит ҡыҙы Абдуллина менән мәҙәниәт өлкәһе ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наилә Әхмәт ҡыҙы Сөләймәнова ҙур эш атҡарып сыҡты.Әйткәндәй, улар һәр матбуғат кампанияһы осоронда был тәңгәлдә әүҙем эш алып бара, район гәзитенең ысын дуҫтары булып тора.