-4 °С
Болотло
Өфөнөң Октябрь районында — ҡыуаныслы ваҡиға. Сипайлово биҫтәһенән Лилиә Фәттәхова 13-сө тапҡыр әсәй булыу бәхетенә ирешкән.
«Баш ҡаланың 450 йыллығына йәнә бер сабый донъяға килде. Был шатлыҡлы хәбәр генә түгел, ә Ғаилә йылында өмөт һәм мөхәббәт символы. Әсәне һәм уның ғаиләһен ихлас ҡотлайбыҙ. Өфөнөң юбилейына ошондай шәп бүләк өсөн рәхмәт белдерәбеҙ», — тип яҙа Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Кисә ҡала советы депутаты Ирина Сухарева һәм башҡа рәсми кешеләр Лилиә Фәттәхованы ишле ғаиләһе менән бергә 3-сө бала табыу йортонан ҡаршы алырға килде.