Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
30 Август 2024, 10:15

“Изгелек шаромарафоны” хәйриә акцияһы дауам итеүен хәтерегеҙгә төшөрәм

Был – изге эштәр марафоны. Теләгән һәр кем урындағы инвалидтар йәмәғәт ойошмаһына бушлай хәйриә ярҙамы күрһәтә ала. Акция 5 сентябргә тиклем дауам итәсәк һәм халыҡ-ара хәйриә көнөндә бөтә әүҙем бағыусыларҙы билдәләп, йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев, “Орхидея”, “Аҡбуҙат” магазиндары “Изгелек шаромарафоны”на ҡушылып, беҙгә ярҙам күрһәтеп тә өлгөрҙө. Рәхмәт уларға!

“Изгелек шаромарафоны” хәйриә акцияһы дауам итеүен хәтерегеҙгә төшөрәм
“Изгелек шаромарафоны” хәйриә акцияһы дауам итеүен хәтерегеҙгә төшөрәм

Изгелек саралары дауам итә

Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә “Быуындар тәжрибәһе” тип аталған мәғариф форумы үтте. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең хоҡуҡтары мәсьәләләре ҡаралды.

Инвалидлыҡты билдәләүҙең яңы тәртибе тураһындағы мәғлүмәт барыһы өсөн дә кәрәкле һәм мөһим булды. Шулай уҡ реабилитациялау саралары менән тәьмин итеү мәсьәләләре һәм шифахана-курорт дауалауына путевкалар булмау проблемалары тикшерелде. Осрашыу барышында реабилитациялау техник сараларын федераль программалар буйынса алыу юлдары аңлатылды. Был хаҡта “Медсервис” ЯСЙ-һының һатыу бүлеге етәксеһе Динара Ғәҙелшина һөйләне Һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

Форумда мәғариф учреждениеларының партнерҙары сығыш яһаны. Инвалид балаларға өҫтәмә белем биреү өлкәһендәге яңы мөмкинлектәр тураһында Р. Бүләканова һөйләне. Район логопеды Л. Ирназарова ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған темаға сығыш яһаны. “Ғаилә” үҙәге етәксеһе А. Хәйҙәров ошо йүнәлештә тормошҡа ашырылған проекттар тураһында һөйләне.

Сибай ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең, 2-се мәктәптең логопедтары һәм дефектологтары, район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ойошторған күргәҙмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре барыһына ла оҡшаны. Баймаҡ ҡалаһының психологик ярҙам үҙәгенең психологтары һәм логопедтары айырым кабинетта ҡабул итеү үткәрҙе.

Ә был ваҡытта балалар ҙа төрлө уйындарға йәлеп ителгән ине. Кемдер һүрәт төшөрҙө, кемдер әүәләп төрлө һындар, әйберҙәр эшләне. Йөкмәткеле сара Сибай ҡалаһының “Тутти-фрутти” һәм Баймаҡ ҡалаһының “Йәйғор” студиялары ойошторған балалар өсөн күңел асыу-уйын программаһы менән тамамланды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар шатланып, туйғансы уйнап, онотолмаҫ тәьҫораттар менән таралышты. Байрам табыны өсөн бағыусыларға оло рәхмәтемде еткерәм.

Шулай уҡ “Изгелек шаромарафоны” хәйриә акцияһы дауам итеүен хәтерегеҙгә төшөрәм. Был – изге эштәр марафоны. Теләгән һәр кем урындағы инвалидтар йәмәғәт ойошмаһына бушлай хәйриә ярҙамы күрһәтә ала. Акция 5 сентябргә тиклем дауам итәсәк һәм халыҡ-ара хәйриә көнөндә бөтә әүҙем бағыусыларҙы билдәләп, йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев, “Орхидея”, “Аҡбуҙат” магазиндары “Изгелек шаромарафоны”на ҡушылып, беҙгә ярҙам күрһәтеп тә өлгөрҙө. Рәхмәт уларға! Башҡалар ҙа изгелек акцияһына ҡушылыр тип ышанам.

Луиза Иванова, район инвалидтар ойошмаһы рәйесе.

 

 

“Изгелек шаромарафоны” хәйриә акцияһы дауам итеүен хәтерегеҙгә төшөрәм
“Изгелек шаромарафоны” хәйриә акцияһы дауам итеүен хәтерегеҙгә төшөрәм
“Изгелек шаромарафоны” хәйриә акцияһы дауам итеүен хәтерегеҙгә төшөрәм
“Изгелек шаромарафоны” хәйриә акцияһы дауам итеүен хәтерегеҙгә төшөрәм
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: