Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
15 Август 2024, 12:49

Күргәҙмәләрҙән өҫтәлдәр һығыла

"Башҡорт аты" фестивалендә республиканың ауыл хужалығы тауары етештереүселәренең бай күргәҙмәһе эшләй

Күргәҙмәләрҙән өҫтәлдәр һығыла
Күргәҙмәләрҙән өҫтәлдәр һығыла

Фестиваль майҙанында Башҡортостандың ауыл хужалығы тауары етештереүселәре үҙҙәренең бай күргәҙмәһен йәйелдергән.Унда бал, икмәк, ит ризыҡтары, башҡа күп төрлө продукция тәҡдим ителә, сараға килеүселәр уларҙы теләп һатып ала.Стәрлетамаҡ районынан эшҡыуар Азамат Әхмәтйәнов та үҙенең продукцияһын алып килгән.

-"Башпекарь" кооперативы булдырып, беҙ икмәк ризыҡтары, төрлө торттар бешереү менән шөғөлләнәбеҙ, - ти Азамат Салауат улы.-"Башҡорт аты" кеүек сараларҙа, төрлө күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнашабыҙ.Беҙ етештергән ризыҡ "Башҡортостан продук"ты бренды ла булып тора.

Ә фестиваль шәп ойошторолған, Баймаҡ төбәген күреүгә бик шатмын.Халҡы ла бик ихлас, ҡунаҡсыл икән.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: