Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
15 Август 2024, 16:08

Башҡорт тоҡомон ат спортында ҡулланыу: үҫештең яңы этабы

Ошо темаға арналған "түңәрәк өҫтәл"дә ат спортына һөйөүҙе бала саҡтан тәрбиәләү, уға иғтибарҙы арттырыу мәсьәләләре тикшерелде

Башҡорт тоҡомон ат спортында ҡулланыу: үҫештең яңы этабы
Башҡорт тоҡомон ат спортында ҡулланыу: үҫештең яңы этабы

Башҡорт тоҡомон ат спортында файҙаланыу, ат спорты клубтарын үҫтереү, балаларға был спорт төрөнә ҡарата һөйөү тәүбиәләү, Башҡортостанда милли спорт төрҙәрен үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде кәңәшмәлә.Үҙҙәренең эш тәжрибәһе тураһында ат спорты мәктәптәре етәкселәре сығыш яһаны."Мәргән уҡсы" клубы рәйесе Юлай Ғәлиуллин йәйәнән уҡ атыу спортын үҫтереү мөмкинлектәренә туҡталды.БДМУ деканы урынбаҫары Илнар Салауатов милли этник спорт төрҙәрен, атап әйткәндә, "Ауҙарыш" кеүек уйындарҙы киң йәйелдереү, уға дәүләт тарафынан иғтибарҙы арттырыу мәсьәләләрен күтәреп сыҡты.

Пермь өлкәһенән килгән Рушан Шәриповтың фекере берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр."Һеҙ ат спорты клубтарында күберәк таҙа ҡанлы аттарҙың күп булыуын, уларҙың төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулауын һөйләнегеҙ.Әммә шул уҡ ваҡытта уларҙа башҡорт тоҡомло аттарҙың бик аҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдығыҙ.Был аҙым башҡорт тоҡомло ат үҫешенә кәртә түгелме ни?Ни өсөн ошо маҡсатҡа башҡорт аттарын күберәк файҙаланмаҫҡа?Был тәңгәлдә уйланырға урын бар, йәғни интеграция булырға тейеш", - тип сығыш яһаны.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: