Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
13 Август 2024, 10:35

"Әсәләр көтәләр улдарын"

Ишмырҙа ауыл китапханаһында шулай тип аталған сара үтте. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ишмырҙа ауыл китапханаһында "Әсәләр көтәләр улдарын" исҽмле осрашыу кисәһе уҙғарылды. Сарала махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп йөрөгән ауылдаштарыбыҙҙың әсәләре, өләсәләре, туғандары Сибәрбикә Вәлиәхмәт ҡыҙы, Сынгизова Зәйтүнә инәй, Сапарова Рәилә һәм Улъябаева Айһылыу апайҙар саҡырылдылар.
Һәр ҡунаҡҡа төрлө һорауҙар бирҽлдҽ, үҙҙәренең уй- кисерештәре менән уртаҡлашып, ҽгҽттәрҙҽң бала-саҡтағы ҡыҙыҡлы хәл- ваҡиғалары, ниндәй ҽгәрлҽ, ярҙамсыл, талапсан булыуҙары хаҡында һөйләп үттҽләр. Ауыл ҡатын- ҡыҙҙар совҽты ҽтәксҽһҽ Миңзәлә Ғәлимйән ҡыҙы ауылдаштарҙың мобилизацияға эләккән ҽгҽттәргә ылау йыйыуҙа әүҙҽм ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләне, Ләйсән Фәрит ҡыҙы ауыл волонтерҙарын рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте. Сараға йәм өҫтәп, Зәлифә Рәфис ҡыҙы һәм "Әхирәттәр" фольклор ансамбле үҙҙәренең музыкаль бүләгҽн тапшырҙы. Сара аҙағында Ишмырҙа ауылынын Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сибәрбикә Вәлиәхмәт ҡыҙының 70 йәшлек юбилейы менән туғандары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте ҡыҙҙары, ветерандар советы ағзалары, ауыл ҡатын - ҡыҙҙар советы, "Әхирәттәр" фольклор ансамбле ҡотлап үттеләр.
Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, донъябыҙ имен-аман, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын теләйбҽҙ!!!

Ләлә Тләүсина, китапханасы.

"Әсәләр көтәләр улдарын"
"Әсәләр көтәләр улдарын"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: