Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
28 Июль 2024, 05:09

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоҒролоҡ нурҙарына сорналып

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө – илебеҙҙең иң матур һәм үҙенсәлекле байрамдарының береһе. Ошо көндө ҡалабыҙҙа сағыу, иҫтәлекле сараларҙың береһе булды.

иҫтәлекле сараларҙың береһе үтте. Тойғоларын ҙурлап һәм ҡәҙерләп, нәҡ ошо көндө никахын теркәргә теләгән йәш пар – Рамазан Кәйекбирҙин һәм Гөлнара Казарбаеваны барыһы ла көслө алҡыштарға күмде. Уларҙы ЗАГС бүлегенең баш белгес-эксперты Земфира Яҡшығолова изге теләктәр менән тәбрикләне. Никах ҡағыҙына 8 июль көнө тип ҡуйылып, районыбыҙҙа яңы ғаилә – Кәйекбирҙиндарҙың донъяға килеүенә мисәт һуғылды. Мөхәббәтле йәш парға татыу-татлы, бергә-бергә, оҙоноҙаҡ бәхетле йәшәргә насип итһен! Йыл һайын районыбыҙҙың иң өлгөлө һәм оҙайлы йылдар бергә йәшәгән парҙарына матур награда – “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырыла. Быйыл был миҙалға Таңһылыу һәм Кәрим Илтининдар лайыҡ булды. Район хакимиәте башлығының урынбаҫары Азат Шәрипов бәхетле парҙы ҡотлап, матур теләктәрен еткерҙе. Илтининдар 48 йыл бергә татыу ғүмер итә, 3 балаға ғүмер биргән. Уларҙың барыһы ла юғары белем алып, тормошта үҙ урынын табып, ата-әсәһен һөйөндөрөп йәшәй. Кәрим Шәрифулла улы Илтинин 39 йыл район электр селтәрендә оператив-диспетчер төркөмөнөң өлкән диспетчеры вазифаһында эшләгән. Намыҫлы хеҙмәте СССР Энергетика һәм электрлаштырыу министрлығының, “Башкирэнерго” акционерҙар йәмғиәтенең Сибай электр селтәрҙәренең Почет грамоталары һәм бихисап Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Үҙ эшенең оҫтаһы булған Кәрим Илтининға “Рәсәй Федерацияһының почетлы энергетигы” тигән маҡтаулы исем дә бирелгән. Таңһылыу Закир ҡыҙы 39 йыл Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Лайыҡлы, намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Халыҡ мәғарифы министрлығының Почет грамотаһы, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың Рәхмәт хаты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы һәм бик күп башҡа бүләктәргә лайыҡ була. Бәхетле хеҙмәт ветерандары 3 ейән һәм 3 ейәнсәр һөйөп, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Был көндө шулай уҡ 60 йыл бергә йәшәп, бриллиант туйын билдәләгән Баймаҡ ҡалаһынан Фәниә һәм Дамир Кәримовтар, ярты быуат ғүмерен бергә үткәреп, алтын юбилейын туйлаған Гөлнур һәм Васил Ҡолмөхәмәтовтар, Светлана һәм Иван Кириковтар, Рәсимә һәм Урал Сәғитовтар, Әлмира һәм Нуритдин Шаһиевтар, Зәйтүнә һәм Рәйес Йәнбәковтар, Мерәҫ ауылынан Алһыу һәм Дәрүәрт Фазлиәхмәтовтар тәбрикләнде. Уларҙың хеҙмәт һәм ғаилә тарихынан тик үрнәк алырлыҡ. Районҡалабыҙҙың биҙәге булған шәп ғаиләләр улар! Азат Булат улы бәхетле парҙарға изге теләктәрен, ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, республика Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау хатын, бүләктәрен тапшырҙы. Шуныһы үҙенсәлекле, һәр юбиляр парҙың эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ойошмаһының етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре лә сараға килеп, матур теләктәрен әйтте, гөлләмәләр, бүләктәр тапшырҙы. Балалары, яҡындары ла ихлас ҡотлап, сикһеҙ һөйөүгә сорнаны. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө илебеҙҙең нигеҙе булған рухи ҡиммәттәрҙе данлай һәм йәш быуынды уларҙың өлгөһөндә тәрбиәләй. Һәр парға тиң һәм оҙон ғүмер, хис-тойғоларының тормош дауамында сағыу ҡояштай балҡыуын теләйбеҙ!

Гүзәл Иҫәнгильдина.

А. Юлдашбаев фотоһы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас