Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
18 Июль 2024, 04:53

Шундай ғаилә бар күркәм ауылыбыҙҙа

ауылыбыҙҙың өлгөлө, уңған ғаиләләренең береһе ул әсмәндиәровтар. уларҙың йорто, ихатаһы, баҡсаһы хайран ҡалдыра.  

ләренең береһе ул әсмәндиәровтар. уларҙың йорто, ихатаһы, баҡсаһы хайран ҡалдыра. Рафиға Рәфҡәт ҡыҙы 1952 йылдың 1 сентябрендә Мерәҫ ауылында Зөләйха Мөхәмәтҡужа ҡыҙы һәм Рәфҡәт Ҡонафия улы Ямантаевтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. 5 бала араһында иң өлкәне булғанғамы икән, ғаиләһендә үк тырышлығы, тура һүҙле, туған йәнле, талапсан һәм шул уҡ ваҡытта нескә күңеллелеге менән айырылып тора. Шуға күрәлер ҙә ул уҡытыусы һөнәрен һайлай. 1920 йылдар тирәһендә Шура ауылынан күсереп килтерелгән бер йортта Мерәҫ ауылында мәктәп асыла. 1969 йылда Мерәҫ башланғыс мәктәбе һигеҙ йыллыҡҡа әйләндерелә һәм унда Рафиға Рәфҡәт ҡыҙы 1969 йылда хеҙмәт юлын башлай. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәрен алып бара. Р.Р. Әсмәндиәрова 37 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай. Намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзаһы була, 10 йылдан ашыу ветерандар советы рәйесе булып, халыҡ араһында бик күп саралар үткәреүҙә ҡатнаша. Утын килтереү, көтөү мәсьәләһе буйынса ауылдаштарына һәр яҡлап ярҙам итә. Тормош иптәше Әхәт Ибраһим улы менән 1971 йылда ғаилә ҡороп, 3 балаға ғүмер бирәләр. Әхәт Ибраһим улы Мерәҫ ауылында тыуып үҫеп, 4-се класҡа тиклем урындағы мәктәптә белем ала, Баймаҡ ҡалаһында 6-сы класты бөткәс тә, малсылыҡҡа эшкә сыға. Юлдыбай училищеһында һөнәр алып, колхозда оҙаҡ йылдар алдынғы тракторсы булып эшләй. Ураҡ, сәсеү, бесән әҙерләү кампанияларында еңеүсе, социалистик ярыш алдынғыһы булып таныла. Әхәт Ибраһим улын оҫта гармунсы, ә инде Рафиға Рәфҡәт ҡыҙын моңло тауышлы йырсы, үҙенә генә хас педагогик алымдары менән балалар йөрәгенә юл таба белеүсе оло йөрәкле уҡытыусы булараҡ беләбеҙ. Мерәҫ ауылы китапханаһы икенсе йыл дауамында “Уҡытыусы – ҡанат ҡуйыусы” исемле проектын бойомға ашыра. Ауыл китапханалары араһындағы иң яҡшы күмәк сараға смотр-конкурсы Мерәҫ ауылында сара ауыл мәҙәниәт йортонда үтте, “Хеҙмәттә үткән ғүмер” тип аталды һәм мәғариф ветераны Р.Р. Әсмәндиәроваға арналды. 53 йыл иңгә-иң терәп, һәр ваҡыт терәк-таяныс булыусы тормош иптәше Әхәт Ибраһим улының ҡатнашыуы кисәгә тағы ла йәм өҫтәне. Ауыл хакимиәте башлығы Шамил Нәҙербаев Ғаилә йылы менән ҡотлап Әсмәндиәровтар ғаиләһенә иң изге теләктәрен еткерҙе. Артабан хөрмәтле уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткереү өсөн хәҙер инде үҙҙәре өләсәй һәм ҡартәсәйҙәр булған тәүге уҡыусылары һүҙ алды. 1995 йылғы сығарылыш уҡыусылары ла үҙҙәренең остазына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Рафиға Рәфҡәт ҡыҙының әле лә кәңәштәрен тотоуҙарын, матур ғүмер юлы үтеүсе класс етәкселәренә һоҡланыуҙарын йәшермәнеләр. Уҡытыусы өсөн ошонан да ҙур бәхет бармы икән?! Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, туғандарының сығышын тыңлау бик тулҡынландырғыс булды. Оҙаҡ йылдар Мерәҫ урта мәктәбендә бергә эшләүсе коллегалары матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Мәғариф ветерандары Мәрйәм Килдеярова, Бәҙерниса Хәмитова йыр һәм бейеү бүләк итте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, сәхнәгә ҡултыҡ таяҡтарында сығыусы геройыбыҙ Шәриф Ямантаевтың сығышын бөтәһе лә күҙ йәштәре аша тыңланы. Рафиға Рәфҡәт ҡыҙына тыуған яҡҡа, тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләгәне, ауылыбыҙ аҡһаҡалы Әхәт ағайға башҡаларға өлгө булғаны өсөн рәхмәт әйтеп, барыбыҙға ла аяҙ күк йөҙө, тыныс тормош теләне яугир. “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары аҡ теләктәрен еткереп, матур йыр бүләк итте. Зәкиә Әхсән ҡыҙы үҙе ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла өлгөлө ғаиләне ҡотлап, уларға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләне. Шәхси эшҡыуар Таңсулпан Хафизова, Бәхтигәрәй ауылынан килеүсе Фәрзәнә Нәҙербаева, ситтә йәшәү сәбәпле кисәгә килә алмаған уҡыусылары Зарема Хәсәнова һәм Зәлиә Рәхмәтуллиналарҙың оло рәхмәт һүҙҙәрен әсәйҙәре аша еткереүе кисәгә йәм өҫтәне. Хеҙмәттә үткән ғүмер – алтын ғүмер, тиҙәр. Көндән-көн рухи ҡиммәттәр арзаная, кешеләр күңеле торған һайын бербереһенән нығыраҡ алыҫая барған осорҙа өлгө алырлыҡ, күңелгә дәрт өҫтәрлек, ихласлыҡтары менән күңелгә үтеп ингән, ғүмерҙәре намыҫлы хеҙмәттә үткән Әсмәндиәровтар ғаиләһенең булыуы менән дә беҙҙең ауылыбыҙ бәхетле икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инанды кисәгә килеүселәр. Бынамын тигән 3 баһадир ул тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн балаларының, 3 ейән, 2 ейәнсәр, килендәренең ҡәҙерхөрмәтендә йәшәүҙәре менән дә бик күптәргә өлгө был ғаилә. Артабан да йәшәйешегеҙ менән тирә-яҡты йәмләп, балҡытып, киләһе быуынға үрнәк булып оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә, хөрмәтле Әсмәндиәровтар.

Рафиға ҒАЗИНА, китапханасы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас