Ғаилә йылы
18 Июль 2024, 05:00

Ауылыбыҙҙың күркәм ғаиләһе

Семеновск ауылында йәшәүсе Байморатовтар ғаиләһе ошо көндәрҙә алтын туйҙарын билдәләне – бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулды.

50 йыл тулды.

...Яңы ғына Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлаған Баймырҙа ауылы ҡыҙы Зөлфиә Семеновск балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшкә төшкән ине. Ауыл егете Динислам үткер, сая, зирәк ҡыҙҙы күреү менән ғашиҡ була. Йәштәр осраша башлай. Был осрашыуҙар тиҙҙән еребеҙҙә йәнә бер ғаиләне барлыҡҡа килтерә.

Байморатовтарҙың матур ғаиләһенә ҡот өҫтәп, ике ҡыҙ һәм ике ул донъяға килә. Зөлфиә һәм Динислам Байморатовтар бер нисә йыл Сибай ҡалаһында йәшәй. Әммә тыуған ауылдарының тартыу көсө көслөрәк булып сыға. Башта йәтеш кенә йорт һатып алдылар. Унан төкәтмә эшләп, ҙурайттылар. Уларҙың йорто ауылдың күрке булып тора. Ишек алдары гөл-сәскәгә күмелгән, янынан һоҡланмайынса үтеү мөмкин түгел. Ҡапҡаларына эленгән “Өлгөлө йорт” яҙыуы быға асыҡ дәлил.

Зөлфиә Рәшит ҡыҙы ла, Динислам Ишмырҙа улы ла ауылға ҡабат әйләнеп ҡайтҡас, Семеновск алтын йыуыу фабрикаһына эшкә төштө. Тап ошонда эшләп, хаҡлы ялға сыҡтылар. Ғаилә башлығы, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ошо көнгә тиклем Семеновск руднигында ҡарауылсы булды.

Улдары Айнур һәм Илнур – игеҙәк малайҙар. Урта мәктәпте тамамлағас, Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһында уҡып белем алалар. Был егеттәргә әрме хеҙмәтен утлы Чечен ғәрәсәте эсендә үтергә тура килә. “Улдарымдан хат-хәбәр килмәһә, бигерәк ҡайғыра торғайныҡ. Хатта сәстәрем ағарып бөттө”, – тип иҫкә ала был мәлдәрҙе әсәләре Зөлфиә. Әле Айнур Сибайҙа йәшәй, ҡала хакимиәтендә водитель булып эшләй. Ҡатыны Нәзилә менән бер ҡыҙ балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына оҙаттылар. Ә Илнур – илебеҙҙең сиге булған Таймыр утрауында монтажсы. Өлкән ҡыҙҙары Зилә ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерҙе. Ҡыҙы Әлиә менән Италияның Милан ҡалаһында йәшәй. Әлиә һылыу ике юғары уҡыу йортон тамамланы, оҫта тәржемәсе. Шулай уҡ университетта ла уҡыта. Алты телдә иркен һөйләшә. Байморатовтарҙың кесе ҡыҙҙары Миңлегөл Сорғот ҡалаһында эшләй. Уның ҡыҙы Камила Сибай ҡалаһындағы колледжда уҡый. Банк хеҙмәткәре булырға әҙерләнә.

Зөлфиә һәм Динислам Байморатовтарҙың алтын туйҙары уңайынан тәбрикләр өсөн ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәсүл Сәлимов, ауылдың ветерандар советы рәйесе Фәриҙә Йәнсурина, “Ағинәйҙәр” ҡоро рәйесе Әлмира Мәҡсүтова, балалары, туғандары һәм ауылдаштары килде. Рәсүл Фәрит улы юбилярҙарға Республика Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатын, район хакимиәтенең, ЗАГС бүлегенең һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең иҫтәлекле бүләген тапшырҙы.

Табын күрке булған Байморатовтарға килгән һәр кем иң изге теләктәрен еткерергә ашыҡты, бүләктәрен ихлас бирҙе. Ейәнсәре Айзилә матур бейеү бүләк итте.

Йорт хужабикәһе Зөлфиә Рәшит ҡыҙы өсөн был көн икеләтә байрам булды. Ул үҙенең 70 йәшлек оло юбилейын да билдәләне. Ошо уңайҙан беҙ уны тағы бер тапҡыр ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Ауылдар тап ошондай өлгөлө ғаиләләр менән матур була бит ул. Байморатовтар ҙа ауылыбыҙҙың күрке. Зөлфиә аш-һыуға ла, ҡул эштәренә лә бик оҫта. Уның бешергән ризығының татлылығы... Ҡамыр аштары еҫтәре бар ауылға тарала, тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Бәйләм эштәрен ярата. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡбаштар ҙа, бейәләйҙәр ҙә күпләп бәйләп бирә. Шулай уҡ МХОла хеҙмәт итеүсе яугирҙәргә лә өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләп бирҙе. Йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. “Ағинәйҙәр” ойошмаһының ағзаһы булып тора. Ә Динислам тыныс холоҡло, эшлекле, үҙ эшен белеп, яйлап ҡына башҡарырға ярата. 2012 йылда Сибайҙан күсеп ҡайтҡас, йортон наят итеп эшләп инде. Хатта балалар ҡайтҡанда ял итер урын булһын өсөн айырым усаҡлыҡтар ҙа эшләп ултыртты. Ауыл тормошонан да ситтә ҡалмай. Яңы йыл байрамдарында Ҡыш бабай ролен дә үтәгәне бар. Улар баҡсаларында нимә генә үҫтермәйҙәр! Йәшелсә-емештең төрлөлөгөнә һоҡланмау мөмкин түгел. Ә сәскәләренән күҙҙәр ҡамаша. Ошо матур байрамдары уңайынан ҡотлап, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең бәхет-шатлыҡтарына төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Әлмира Мәҡсүтова,

Семеновск ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас