Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
17 Июль , 15:10

Һыу вайымһыҙлыҡты

ғәфү итмәй

Һыу вайымһыҙлыҡты
Һыу вайымһыҙлыҡты

Өс ай дауам иткән йәй миҙгелендә халыҡ күберәк йылға-күл буйында була. Һыу инеү генә түгел, ә кәмәләрҙә йөҙөү, балыҡ тотоу, ял итеү өсөн дә йыйылалар.

Тап ошо осорҙа кешеләрҙең һыу ятҡылыҡтарында тарыған фажиғәләре лә арта. Һыуҙа һәләк булыуҙың төп сәбәптәре булып тыйылған урындарҙа һыу инеү, йөҙә белмәү, тәрәнгә китеү, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, ата-әсәләрҙең балаларын ҡарамуы, һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу тора. Һыу вайымһыҙлыҡты яратмай һәм кеше бының өсөн язаһын ала. Ҡазаға тарымау өсөн өсөн һәр кеше ябай ҡағиҙәләрҙе күҙәтергә тейеш: рөхсәт ителгән урындарҙа, төҙөк пляждарҙа ғына һыу инегеҙ. Иртән йәки кис ҡояш йылытҡанда һыу инеү яҡшыраҡ, был ваҡытта эҫергәнеү ҡурҡынысы юҡ. Һыу температураһы 18-19 градустан, һауа температураһы 22 градустан кәм булмаҫҡа тейеш. Һыу инеү ваҡыты 15-20 минуттан артмаҫҡа тейеш, өҫтәүенә был ваҡыт 3-5 минуттан яйлап артырға тейеш. Ҡояшта оҙаҡ булғандан һуң һыуға инмәгеҙ һәм һикермәгеҙ. Йөҙөү сиктәрен билдәләгән урындан сыҡмағыҙ.

Катерҙарҙан, кәмәләрҙән, шулай уҡ был маҡсатҡа яраҡлаштырылмаған ҡоролмаларҙан һыуға һикереү тыйыла. Көслө ағымлы, һаҙлыҡлы һәм үҫемлектәр менән ҡапланған урындарҙа һыу инмәгеҙ. Иҫерек килеш һыуға инергә ярамай. Ярҙан алыҫ йөҙмәгеҙ, сөнки кире сығырға көсөгөҙ етмәүе бар. Йөҙөп барғанда арыһағыҙ ҡурҡыуға бирелмәгеҙ һәм ярға мөмкин тиклем тиҙерәк барып етергә ынтылмағыҙ. Ял итегеҙ, арҡағыҙға боролоп, ҡулдарығыҙҙы һәм аяҡтарығыҙҙы еңелсә хәрәкәтләндереп, үҙегеҙҙе һыу өҫтөндә тотоғоҙ.

Өлкәндәр һыу буйында ял иткәндә балаларға айырыуса иғтибар бирергә тейеш! Уларҙың тикшерелмәгән һәм билдәләнмәгән урындарҙа һыу инеүенә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоуына юл ҡуймағыҙ. Балаларҙың һыу инеүе өлкәндәрҙең өҙлөкһөҙ контроле аҫтында үтергә тейеш.

Һаҡлыҡ сараларын теүәл үтәү – һыуҙағы хәүефһеҙлектең төп шарты. Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй!

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта “01” телефоны буйынса берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ (кәрәҙле телефондарҙан – 101, 112).

Юлай Сәйетҡолов, район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса сектор мөдире.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: