Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
13 Июль , 10:25

Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй

"Сәләмәтлек поездары" төпкөл ауылдарға ла барып етә.    

Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй
Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Дәүләт Думаһы һаулыҡ һаҡлау буйынса комитетының күсмә ултырышы ойошторолдо. Унда "Әүҙем оҙон ғүмер һәм һаулыҡты һаҡлау технологиялары. Өлкән йәштәгеләр" федераль проектын тормошҡа ашырыу" тигән түңәрәк өҫтәл үтте.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортоноң фойеһында "Геройҙың ҡатыны. Геройҙың әсәһе" тигән фотокүргәҙмә эшләне.

– Рәсәй Президенты тарафынан ҡуйылған мөһим бурысты беләбеҙ, шуларҙың  береһе – халыҡтың һаулығын хәстәрләү, йәшәйеште яҡшыртыу, – тине Дәүләт Думаһы һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет рәйесе Бадма Башанкаев. – Ысынлап та, тормош күпкә матур яҡҡа үҙгәрҙе, етеш көн итәбеҙ. Ә инде 2030 йылға шундай амбициоз бурысты алдыҡ, ә ул мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ - ғүмер оҙайлылығын 78 йәшкә хәтлем еткереү. Ҡайһы бер төбәктәр уны хатта 80 йәшкә тиклем дә еткерергә уйлай әле. Халыҡ һау-сәләмәт ғүмер итһен, оҙон ғүмер кисерһен өсөн ҙур аҡсалар йүнәлтелә.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе.

– Радий Хәбиров социаль йүнәлешкә бик ҙур иғтибар бүлә, айырыуса һаулыҡ һаҡлау өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән һанала, – тине Максим Васильевич. – Беҙҙең алдыбыҙға ҙур һәм изге маҡсаттар ҡуйылған, уларҙың һәр береһен тормошҡа ашырыу өсөн ҙур аҙымдар яһайбыҙ. Быйыл кешеләрҙең ғүмер оҙайлылығы йәһәтенән алға китеш күҙәтелде – 73 йәшкә еткерелде.

Шул уҡ ваҡытта беҙ сифат тураһында ла онотмайбыҙ. Башҡортостан халҡы оҙон ғүмер итһен өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа етерлек. Радий Фәрит улы тарафынан тупланған көслө команда был юҫыҡта бихисап уй-маҡсаттарҙы бойомға ашыра. Һаулыҡ һаҡлау тармағына күп аҡсаны йүнәлтеү шуға асыҡ миҫал. Республикабыҙҙа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, уның сиктәрендә беренсел звеноны үҙгәртеп ҡороу йылдам алып барыла. Һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына, медицина учреждениеларына капиталь ремонт үткәреү, уларҙы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу, автотранспорт менән тәьмин итеү һәм башҡалар шуға асыҡ дәлил. Беҙҙә дауаханалар һәм поликлиникалар төҙөлә, фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафҡа индерелә.

Максим Забелиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, "Сәләмәтлек поездары" төпкөл ауылдарға ла барып етә. "Башҡортостанда оҙон ғүмер" – төбәктә отошло проекттарҙың береһе.

Һөйләшеүгә видеобәйләнеш аша күренекле табип Александр Румянцевтың һәм Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Тарас Васьконың ҡушылыуы уның мәртәбәһен арттырҙы.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев йөкмәткеле сығыш яһаны, һәр сығарылған закондың халыҡ мәнфәғәтен яҡлауына баҫым яһаны. Константин Борисович билдәләүенсә, беҙҙә һаулыҡ һаҡлау йүнәлеше закондар менән нығытылған.

Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Михаил Кизеевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, кешеләрҙең һаулығын яҡшыртыу буйынса илебеҙҙең һәр төбәге тырыша, бигерәк тә был тәңгәлдә Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, республикабыҙҙа өлкән йәштәгеләр өсөн төрлө йүнәлештә клубтар эшләй, улар араһында махсус хәрби операцияға ярҙам итеүселәрҙең дә булыуы маҡтаулы. Оло йәштәгеләр буш ваҡытын файҙалы итеп үткәрһен өсөн һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һаулыҡ һаҡлау тармағына ентекле анализ яһаны, кешеләр сәләмәт йәшәһен, ғүмер оҙайлылығы юғары булһын өсөн барыһы ла тормошҡа ашырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризма министры Зөһрә Гордиенко "Башҡортостанда оҙон ғүмер" проекты тураһында һөйләне, аҙаҡтан видеоролик тәҡдим итте.

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Эльза Ҡарамырҙина һөйләүенсә, өлкәндәрҙең күпләп спортҡа ылығыуы барыһына ла өлгө.

– Кисә Рәсәй Дәүләт Думаһында эшләнек, бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа асыҡтан-асыҡ һөйләшеү бара, – тине Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Римма Үтәшева. – Бик етди темаларҙы һөйләшеүгә сығарҙыҡ, айырыуса миңә, акушер-гинеколог өсөн был бик мөһим. Беҙҙәге "Башҡортостанда оҙон ғүмер" проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхсән күҙәтеүенә алынған.

Һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендә фиҙакәрлек күрһәткән бер төркөм алдынғыларға дәүләт наградалары тапшырылды.

Аҙаҡтан сығыш яһаусылар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: