Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
8 Июль , 17:15

WhatsAppтан Һеҙҙең исемдән яҙа башлаһалар, нимә эшләргә?

 Мутлашыусылар WhatsApp аккаунттарын үҙ маҡсаттарында файҙаланыу өсөн ватып инә. Башҡортостандың Финанс тикшеренеүҙәре үҙәге белгестәре ошондай осраҡтарҙа нимә эшләргә икәнен аңлата. «Көйләүҙәр» — «Бәйләнештәге ҡоролмалар» бүлегенә инегеҙ һәм бөтә асыҡ сессияларҙы, һеҙгә бәйле ҡоролмаларҙы һүндерегеҙ.

WhatsAppтан Һеҙҙең исемдән яҙа башлаһалар, нимә эшләргә?
WhatsAppтан Һеҙҙең исемдән яҙа башлаһалар, нимә эшләргә?
📱 Мутлашыусылар WhatsApp аккаунттарын үҙ маҡсаттарында файҙаланыу өсөн ватып инә. Башҡортостандың Финанс тикшеренеүҙәре үҙәге белгестәре ошондай осраҡтарҙа нимә эшләргә икәнен аңлата.

⃣ «Көйләүҙәр» — «Бәйләнештәге ҡоролмалар» бүлегенә инегеҙ һәм бөтә асыҡ сессияларҙы, һеҙгә бәйле ҡоролмаларҙы һүндерегеҙ.

⃣ Һеҙҙең аккаунтты ватыуҙары тураһында статуста хәбәр итегеҙ.

⃣ Мессенджерҙы алып ташлағыҙ һәм уны ҡушымталар магазины аша яңынан күсереп алығыҙ. Иҫәп яҙмағыҙҙы СМС-код ярҙамында раҫлағыҙ. Ошо кодты индергәндән һуң мутлашыусылар һеҙҙең иҫәп яҙмағыҙға инә алмаясаҡ.

⃣ Әгәр ике аҙымлы тикшереү ҡуйылған булһа, мессенджер пин-код һораясаҡ. Уны индерегеҙ.

Әгәр бындай тикшереү алымын аккаунтығыҙҙы ватҡанға тиклем ҡуймаған булһағыҙ, әммә ҡушымта код һорай икән, тимәк, уны мутлашыусылар үҙҙәре ҡуйған. Борсолмағыҙ — һеҙ СМС-код интергәндән һуң улар иҫәп яҙмаһына инеү мөмкинлеген юғалта.

Ләкин 7 көн көтөргә тура киләсәк — код юҡҡа сыға, шунан һуң ғына һеҙ иҫәп яҙмаһына инә аласаҡһығыҙ.

5⃣ Мессенджерҙың ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ һәм аккаунтығыҙҙы ватыуҙары тураһында хәбәр итегеҙ. Белгестәр иҫәп яҙмағыҙҙы контролдә тотоу мөмкинлеген тергеҙергә ярҙам итәсәк һәм өҫтәмә кәңәштәр бирәсәк.

6⃣ Һеҙҙән киткән хәбәрҙәрҙе тикшереп сығығыҙ һәм яҡындарығыҙға шылтыратығыҙ. Бер кемдең дә мутлашыусылар файҙаһына эш итмәгәненә инанығыҙ.

Артабан аккаунтығыҙҙы ватыу хәүефен булдырмау өсөн 6 һанлы кодтан ике аҙымлы тикшереү ҡуйығыҙ. "Көйләүҙәр" бүлегендә — «Аккаунт», артабан «Ике аҙымлы тикшереү» — «Ҡабыҙыу» тигән опцияларҙы һайлағыҙ.

*WhatsApp — Meta компанияһына ҡарай (ул Рәсәйҙә экстремист компания тип танылған).

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: