Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
24 Июнь 2024, 04:39

Район тарихында маҡтаулы эҙ ҡалдырҙы

80 йыл... Аҙ ғүмер түгел. Ошо ваҡыт эсендә күпме бала белем алып, илебеҙ киңлегенә таралған, күпме уҡытыусы хеҙмәт юлын башлаған. Тарихҡа бай Йәрмәкәй районының Абдулла ауылында тыуып үҫкән атайымдың хеҙмәт юлы ла мәктәп менән тығыҙ бәйле.

  Атайым, Камил Йәмил улы Иҫәнғоловты, Ҡаратал, Әбделкәрим, Йомаш, Беренсе Этҡол ауылдарында, Баймаҡ ҡалаһында талантлы уҡытыусы, етәксе булараҡ ҡына түгел, уның кешелекле сифаттарына өҫтөнлөк биреп тә хәтерләйҙәр. Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, рус, башҡорт телдәре һәм әҙәбиәте, немец теле фәндәренән уҡытты. Бөгөн бихисап уҡыусылары юғары уҡыу йорттарын тамамлап, һоҡланғыс хеҙмәт юлында. Мәктәп тормошо – ул сикһеҙ диңгеҙ. Һәр бер баланың үҙ күңел һандығына асҡыс табыу етәксенең аҡыллылығына, уҡытыусының оҫталығына бәйле. 1969 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң әсәйебеҙ Сәкинә Мортаҙа ҡыҙы менән Ҡаратал мәктәбенә йүнәлтмә буйынса эшкә киләләр. Йәш уҡытыусылар ғаиләһе төҙөлөп бөтмәгән ағас өйгә урынлаша, өс метрлыҡ урындыҡ диван, карауат, өҫтәл, ултырғыс ролен башҡара. “Бөтөн байлығыбыҙ дүрт ҡапсыҡ китап һәм радиоприемник булды”, – тип хәтерләй ине атайым. Китапҡа һөйөүе тормош буйына оҙатып барҙы. Ҡайҙа ғына командировкаларға сыҡһа ла, “күстәнәскә” китап тотоп ҡайта ине. Гәзит-журналдарҙы 10-15 дана яҙҙырҙылар, өйөбөҙҙөң түрендә ике сервант китап булды, хаҡлы ялға сыҡҡас, уҡылған китаптарҙы эшләп киткән мәктәп китапханаларына бүлеп тапшырҙылар. Хеҙмәт юлы башында атайым артыҡ ауырлыҡтар кисермәй. Ҡаратал мәктәбе икенсе йыл һигеҙ йыллыҡ мәктәп булараҡ эшләй. Ауылда уҡытыусылар булмағанға күрә, Аҡморон мәктәбенән йөрөп эшләйҙәр. Юғары белемле ике уҡытыусы килгәс, ауыл халҡы уларҙы оҙайлы һәм даими эшкә үҙенеке итеп ҡабул итә. Ҡаратал мәктәбе башланғыс мәктәптәр проекты менән төҙөлгәнгә күрә уҡытыу ике сменала ойошторола, ашхана, спорт залы булмай. “Ҡайһы бер кластарҙа егерменән артыҡ уҡыусы ине”, – тип хәтерләй ине атайым. 1970 йылда ауылға уҡытыусы Йәндәүләтовтар ғаиләһе – Миңлеғәле Хәйбулла улы менән Сәлимә Хәбиб ҡыҙы ҡайтҡас, мәктәп кадрҙар менән тәьмин ителә. Коллектив йәш, дуҫ, эшһөйәр була. Мәктәп директоры Шәрифйән Хәбибрахман улы Ғәҙелшин – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, оҫта педагог, етәксе, остаз. Уҡытыусылар коллективы художестволы үҙешмәкәр смотрҙарында, мал аҙығы әҙерләү, игенде таҙартыу буйынса өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Ир-егет уҡытыусылар иген культураларын сәсеү ваҡытында төнгө сменаға ла эшкә сыҡҡандар. Эш барышында атайым яйлап йәмәғәт эшенә лә йәлеп ителә. Тәүге йылда уҡ уны сәйәси уҡыу системаһында пропагандалаусы итеп тәғәйенләйҙәр һәм Баймаҡ ҡалаһына “Беларус” тракторында махсус семинарға ебәрәләр. Ул ваҡытта автобус хәрәкәте булмай. Килгәс, алғы тәгәрмәсе төшә. Семинарҙа нимә тураһында һөйләгәндәрен хәтерләмәй, әммә тәгәрмәсе кире ҡайтырға әҙер булмағанын ғүмерлеккә хәтерендә ҡалдыра. Иртәгә дәрестәр булыуы, уны алмаштырырға уҡытыусы булмауы, нисек тә кире ҡайтырға кәрәклеге сая аҙымға этәрә. Йәйәүләп Баймаҡтан Ҡаратал ауылына ҡайтырға сыға. Ә был 17 саҡрым! Ярты юлды үткәс, ҡараңғы төшә, ҡар яуа һәм атай юлды юғалта. Аҙашҡанын аңлап, фаралар яҡтыһына бара һәм Ҡуянтау юлына сыға. Беренсе килгән машинаны туҡтата. Унда Стәрлетамаҡта төҙөүсе һөнәренә уҡыған Шәрифулла ағай була. Баймаҡҡа барып, төндө уларҙа үткәрә, иртән тағы Ҡаратал ауылына йәйәү ҡайтып китә. Был осраҡты атай йыш иҫкә төшөрә ине. Эш өсөн яуаплы ҡараш ҡурҡыуҙы еңгән. Шулай, атайым хеҙмәт юлы дауамында ныҡ яуаплы булды. Ҡаратал ауылында булған тағы бер ҡыҙыҡлы осраҡты йыш иҫкә ала ине атай. 1971 йылдың 30 апрелендә клубта М.Кәримдең “Айгөл иле” пьесаһына спектакль менән сығыш яһарға тейеш. Атайымдың роле бар. Халыҡ йыйыла, һәм... әсәйемдең тулғағы тота башлай. Аҡморон участка дауаханаһына алып барырға кәрәк. Бүлексәлә берҙән-бер йөк машинаһы була. Әгәр атайым оҙатып барһа, унһыҙ спектакль булмаясаҡ. Күсереү тураһында һүҙ ҙә юҡ – байрам сараһы. Йыйылып, фекер алышҡас, атайымды спектакль уйнарға ҡалдыралар, оҙатырға Илсун Нурлығаяновты ебәрәләр. Ни өсөн оҙатырға ҡатын-ҡыҙҙы ебәрмәгәндәрҙер, уныһына бөгөн яуап табып булмай. Ҡайһы саҡта, ошо хәлде иҫләп, әсәйем: “Мин ҡыҙ тапҡанда атайың спектакль уйнап йөрөнө”, – тип көлөп ала. Аллаға шөкөр, спектакль дә үтә һәм 1 май мин донъяға килгәнмен. Ғөмүмән, һәр өс баланың тыуыуын оло һөйөү менән хәтерләй ине атайым. Коллегалары, күршеләре лә Камил Йәмил улының өлгөлө ғаилә башлығы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып хәтерләйҙәр. Атайым менән әсәйем йәшәгән һәр ауылда күршеләре менән дуҫ-татыу булды. Абруйлы атай ғаилә усағының төп тотҡаһы ине. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ өй эштәрендә әсәй менән һәр саҡ бергә. Татыу ғаилә ғүмер буйы сәләмәт йәшәү рәүешен алып барҙы. Беҙҙең атай һәр ваҡыт аҡыллы кәңәштәрен биреп, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙо, күршеләренә үрнәк һәм терәк булды. Әле лә миңә: “Ғүмер буйы рәхмәтлемен Камил Йәмил улына”, – тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Ҡаратал ауылында уларға оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Әбделкәрим ауылына мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Шул рәүешлә атайымдың етәксе булараҡ биографияһы башлана. “Иҫәнғолов Камил Йәмил улы яҡшы ойоштороусы, белемле булғаны өсөн Әбделкәрим мәктәбенә директор итеп ебәрелә” тигән хәбәр беренсе сиректе тамамлаған ваҡытҡа тура килә. “Минең өсөн бик ҡыйын булды. Береһенә – 4,5 йәш, икенсеһенә 1,7 ай булған балаларыбыҙҙы алып, 19 ноябрҙә, киске сәғәт биштәрҙә йөк машинаһына тейәлеп, билдәһеҙлеккә күсеп киттек. Көн буран, юл юҡ. Кабинала шофер, мин – балаларым менән. Кузовта бөтә “байлығыбыҙ” һәм һуйылмаған өйрәктәр. Ә Камил, трактор менән бесән тейәп, икенсе яҡтан китте. Күп тә барманыҡ, машина батты. Шофер трактор эҙләп, Аҡморон ауылына китте, ә мин һыуыҡ кабинала ике сәғәт тирәһе көтөп ултырҙым. Балаларға һыуыҡ, ашарға һорайҙар. Эргәмдә һыу ҙа юҡ ине. Көс-хәл менән машинаны һөйрәп сығарып, төнгө 12-лә Әбделкәрим ауылына барып еттек”, – тип хәтерләй әсәйем. Атайым тәүге көндән мәктәп эшенә сума. Һәр өлкәлә етәксе итеп тәғәйенләнгән кеше үҙенә йөкмәтелгәнде аңлап, эш һөҙөмтәһенә коллектив көсөн туплап, маҡсатҡа уның эшмәкәрлеген йүнәлтә белһә, уңыш яулана, тип аңлай етәксе эшен атайым. Эш талап итеү өсөн коллективтың хеҙмәт, йәшәү шартын булдырырға ла бурыслы. Әбделкәрим мәктәбендә эшләү 1975-1980 йылдарға тура килгән. Атайымдың уй-фекере менән тормошҡа ашҡан эштәр ҙә бихисап була. Мәктәп яны интернаты төҙөкләндерелә һәм яңыртыла. Ул урта мәктәп статусы ала. Өҫтәлеп килгән уҡытыусы, тәрбиәселәргә йәшәү өсөн ике йорт һалына. Коллектив заман һулышына ярашлы өгөтнәсихәт эшендә әүҙемләшә, халыҡ араһында ҡайнап йәшәй. Айырым йыр-моң, музыка ҡоралдарынан тыш, концерт, спектаклдәр менән сығыш яһау йышая. Коллектив Ә.Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” спектаклен ҡуйып, республика конкурсында икенсе дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Балалар мәктәп участкаһында тәжрибә үткәрә, хужалыҡҡа һәр саҡ ярҙам күрһәтә. Әбделкәрим мәктәбе уҡыусылары районда тәүгеләрҙән булып Башҡортостан телевидениеһында сығыш яһай. Спортта ла һынатмай коллектив. Мәктәптә уҡыусылар һаны артыу менән (улар 300-ләп) ике сменала уҡыуҙы бөтөрөү маҡсаты менән башланғыс мәктәп тибындағы бинаға төкәтмәгә нигеҙ һалына башлай, спорт залы ла өҫтәлеп, сафҡа инә. Атайым ауылда урта мәктәп астырыуға өлгәшә һәм 1977, 1978 йылғы сығарылыш класы уҡыусыларына үҙ ҡулдары менән аттестат тапшыра. Ул һалған мәктәп нигеҙе оҙаҡ йылдар эшләп килә. Әбделкәрим урта мәктәбе тарихында атайымдың исеме иң абруйлы һәм халыҡ араһында тәрән ихтирам ҡаҙанған директорҙарҙың береһе булараҡ йәшәй бөгөн халыҡ күңелендә. “Бөтә эште контролдә тотто, кәрәк булһа, ҡулына сүкеш, балта, көрәк тә алып эшләр ине. Йыйылыштарҙа аныҡлыҡ, конкретлыҡ өҫтөнлөк итте, күп һүҙгә урын булманы. Камил Йәмил улы педсоветтарҙы ныҡлы әҙерлек менән үткәрер ине, ҡулында һәр саҡ төплө фекерҙәр яҙылған тезис ҡағыҙҙары булды, башҡаларҙан да шуны талап итте. Интеллигентлы, һәр уҡыусыға, уҡытыусыға иғтибарлы, һәр эште кәңәшләшеп хәл итә, ойоштороу, үҙ артынан эйәртеү һәләтенә, яҡшы мөғәләмәгә эйә остаз булды”, – тип хәтерләй ветеран уҡытыусылар атайым тураһында. Әбделкәрим мәктәбен юғары баҫҡысҡа күтәргән етәксене 1978 йылдың 11 ғинуарында Йомаш урта мәктәбенә директор итеп күсереү тураһында бойороҡ була. Илшат ҡустыма ул саҡта 4 ай ғына булған. Атайым Йомаш мәктәбендә эшләгән дәүерендә хеҙмәт тәрбиәһенә, спортҡа ҙур иғтибар бүлә. Хеҙмәт һәм ял лагеры эшләй. Ул йылдарҙа мәктәптә бик көслө белемле уҡытыусылар эшләгән. Завуч Рәшиҙә Ғәзиз ҡыҙы Фәттәхова, биология фәне уҡытыусыһы Булат Хәләф улы Юнысбаев, математика фәненән Булат Ғәрифулла улы Ғәлин, Рәсим Әнүәрбик улы Әбдрәшитов һ.б. Коллектив йәш етәксе ҡулы аҫтында дәртләнеп эшләп, төрлө сараларҙа еңеү артынан еңеү яулай. Ләкин тиҙҙән атайымды Беренсе Этҡол урта мәктәбенә күсерәләр. Ғаиләбеҙ тағы ла юлда. 20 август Беренсе Этҡол ауылына күсеп киттек. Яңы колектив, яңы уҡыусылар... 1980 йылда Беренсе Этҡол урта мәктәбендә Беренсе Этҡол, Ғәҙелбай, Буранбай, Шүлкә, Сыңғыҙ, Ғүмәр, Йәрмөхәмәт ауылдарынан килеп уҡығандар. 420 уҡыусы, ҡырҡтан ашыу уҡыусы өсөн интернат, оҙайтылған көн төркөмдәре һәм тәжрибә маҡсатында алты йәштән уҡытыу класы. Уҡыусылар күбеһенсә йәйәү йөрөп уҡый. Хәтеремдә, ҡыҙыҡ күреп, Ғәҙелбай ауылына туғандарға барып йоҡлап, иртән уҡырға йәйәү төшә торған инек мәктәпкә. “Аҙағыраҡ, Шүлкә ауылынан атайҙары килеп ала, Йәрмөхәмәт ауылына ҡаты һыуыҡтарҙа, буран көндәрендә мәктәптең ДТ-75 тракторын файҙаланабыҙ. Буранбай ауылы уҡыусылары көн дә йәйәү йөрөй, һәр көн төштән һуң кластан тыш сараларға киләләр ине”, – тип хәтерләй ине атай. Атайым мәктәп директоры булып эшләгән осорҙа Беренсе Этҡол мәктәбендә ике тапҡыр зона республика саңғы ярыштары, бер тапҡыр республиканың башҡорт теле уҡытыусылары конференцияһы үткән. Мәктәп йыл һайын тип әйтерлек уҡытыусыларҙың август конференцияһында мәктәпте уҡыу йылына әҙерләү, хәрби-патриотик һәм физик, хеҙмәт тәрбиәһе биреү буйынса призлы урындарға лайыҡ булды. 1984 йылда милли мәктәптәрҙә рус телен өйрәнеү буйынса педагогия фәндәре кандидаты Барышев етәкселегендә делегация килә. Рус теле уҡытыусылары дәрестәрен, дәрестән һуң сараларҙы ҡараған, ауыл уҡытыусылары тураһында йылы һүҙҙәр әйткәндәр. Әсәйемдең дәрестәре тураһында ”Преподавание русского языка в башкирской школе” журналында яҙып сыҡҡандар. Мәскәү делегацияһының тикшереү һөҙөмтәһе яҡшы билдәгә баһаланған. Беренсе Этҡол урта мәктәбендә 7 йыл директор булып эшләне атайым. Колхоз, фермала агитация эше, округ концерттарында ҡатнашыу, спектаклдәр ҡуйыу – атайым эшләгән коллективтың икенсе һөнәре була. 1988 йылда беҙҙең ғаилә Баймаҡ ҡалаһына күсә. Атайым Баймаҡ ҡалаһының 105- се һөнәрселек училищеһына (Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы) директорҙың дөйөм белем биреү предметтарын уҡытыу буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Ул ошо вазифаһында хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләне. Училищеның төп маҡсаты – студенттарҙы бер юлы өс-дүрт һөнәргә өйрәтеү. Был өлкәләге эшмәкәрлеге хаҡында атайым матбуғат биттәрендә йыш яҙҙы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, 10 йыл колледждың ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Камил Йәмил улы ғүмерен хөрмәтле хеҙмәткә бағышланы. Бәхетле ғүмер кисерҙе. Ҡайһы ауылда йәшәһә лә, коллективының ихтирамына ҡаҙанып, бирелеп эшләне. Ғүмере буйы иртә менән ҡыуанып эшкә барҙы, ә эштән ашығып ҡайтыр ҙа, өйҙәге мәшәҡәттәргә тотонор. тормошта ауырлыҡтар кисерергә лә тура килгәндер, әммә әсәйем менән уртаҡ уйлы булыу бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткәндер. Атайыбыҙ миникамил Йәмил улы һәм әсәйебеҙ Сәкинә мортаҙа ҡыҙы иҫәнғоловтар 2016 йылда Башҡортостан Республикаһы Президентының “мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. илле йыл бергә һоҡланғыс, матур ғүмер итеп райондың “Йыл ғаиләһе” исеменә лайыҡ булдылар. Урал аръяғының иң яҡшы йөҙ ғаиләһе тупланған “Дан ғаиләләр гөлләмәһе” китабында иҫәнғоловтар ғаиләһе Баймаҡ районының матур ғаиләһе булараҡ урын алған. “Был беҙҙең ғаилә өсөн иң ҙур награда”, – тип ҡыуаныстары менән бүлеште улар. Атайымдың эш уңыштарын һанап бөткөһөҙ. әбделкәримдә эшләгән ваҡытта, 1974 йылда мәктәп уҡыу йылына яҡшы әҙерләнгәне өсөн, Күсмә Ҡыҙыл байраҡ һәм мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Социалистик хеҙмәт ярышында еңеүсе билдәләре, “Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе, “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы, “Хеҙмәт ветераны”, “Һуғыш йылы балаһы” һәм “Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы” миҙалдары менән наградлана. Шулай уҡ ғаилә архивында бихисап маҡтау грамоталары һаҡлана. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, йәмғиәткә файҙалы эштә әүҙем ҡатнашты. Ауыл мәктәптәрендә эшләгән дәүерҙә ауыл Советы депутаты, пропагандист, лектор, башҡарма комитет, партком, райондың мәғариф бүлеге советы ағзаһы, штаттан тыш инспекторы, район ветерандар советы рәйесе урынбаҫары, райондың йәмәғәт советы рәйесе вазифаларын уңышлы башҡарҙы. Атайым ябай ҡәләм, юйғыс тотоп, дәрестәр теҙмәһе уңайлы булһын тип, төндәр буйы ултырыр ине. Директор булып эшләгән осоронда, көҙгө бысраҡта, уҡытыусыларға утынға тип тә әҙ йөрөмәне. тәртипле кеше ине атайым. Уҡытыусы кеше ниндәй булырға тейеш – ул шундай булды. тәмәке тартыу, эсеү кеүек насар ғәҙәттәрҙән азат ине. Кешегә ҡысҡырып өндәшеү, әрләшеү, кеше тураһында насар уйлау ҙа булманы уның тарафынан. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә ине. Биҙрәләп әсәйемә индереп бирә лә, ул ҡышҡылыҡҡа төрлө ризыҡтар әҙерләй торғайны. нисек кенә арып ҡайтһа ла, киске ваҡытын ғаиләһенә бағышланы. Бер-беребеҙ менән шашкашахмат уйындарын уйнау, күмәкләп өҫтәл тирәләп ултырып дәрес әҙерләү, килгән гәзит-журналдар менән танышыу, аҙаҡтан телевизорҙан берәй кино ҡарау, яңылыҡтар менән танышыу – былар беҙҙең көндәлек ғаилә йолаһы ине. Кеше менән ярышып донъя ҡыуманы, булғанына шөкөр итә белеүе менән дә бәхетле булғандыр атайым. Заманына күрә мул тормошта йәшәнек, тип әйтә алам. Командировкаларҙан һәр ваҡытта ла күп итеп күстәнәс, көҙөн биҙрәләп емеш-еләк алып ҡайтты, киске аштан һуң күмәкләп табаҡ тирәләп ултырып туйғансы ашай инек. Ял көндәре әсәй һәр саҡ тәмле аштар бешерә, һәр беребеҙ уға ярҙам итә инек. 1976 йылдан атайым машинала йөрөнө. Ауылдарға автобустар йөрөмәгәс, абруйлы етәксе булараҡ, машина алырға дуҫтары ярҙам иткән. Атайымдың машинаһы туғандарыбыҙҙы, күршеләрҙе, дуҫтарын да һәр саҡ йөрөттө. Кем генә килеп берәй ергә барырға кәрәк тиһә, атайым ваҡытының булмауына ла ҡарап тормай, алып бара торған ине. Һәр кешегә ярҙам итәм тип кенә йәшәне. Ҡайһы саҡ, йөрәк һыҙлап, атайым бер сәғәткә генә ҡайтып китһә ине тигән теләгем ҡабул булһа, нимә эшләр инем? Рәхмәт әйтер инем атайыма. Бәхетле бала сағым, матур тәрбиә, ныҡлы белем бирергә тырышҡаны өсөн, хеҙмәткә, спортҡа һөйөү уятҡаны, кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға, олоно оло итә белергә өйрәткәне өсөн... Атайымдың исемен мәңгеләштереү маҡсатында һуңғы эш урыны Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында стипендия булдырҙыҡ. Йыл һайын колледждың иң тырыш студенты стипендия менән бүләкләнәсәк. Ғаилә архивындағы атайым тураһындағы материалдарҙы колледждың музейына тапшырҙыҡ. Йылдар үткән һайын атайым тураһындағы хәтер китабы тула ғына бара. Атайым – етәксе кешенең өлгөһө. Быйыл уға 80 йәш тулыр ине... Камил Йәмил улы сәсеп ҡалдырған белем, тәрбиә орлоҡтары, яҡты иҫтәлеге уҡыусыларының күңелендә мәңге һаҡланыр, таралыр, киләсәк быуынға ла етер...

Гөлшат Сирғәлина.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас