Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
24 Июнь , 16:33

"Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ"

0+  Киләһе конкурс тап шулай атала. Ул Рәсәй буйынса иғлан ителгән Ғаилә йылына арнала. 

"Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ"
"Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ"

Конкурстың ойоштороусылары булып Балаларҙы китап уҡыуға ылыҡтырыу буйынса Мәҙәниәт, сәнғәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре ассоциацияһы, Рәсәйҙең Китап таратыусылар ассоциацияһы, Рәсәй китап союзы, «Беренселәр хәрәкәте» дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр йәмәғәт-дәүләт хәрәкәте сығыш яһаны. 

Конкурста ҡатнашыу өсөн ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар, балалар ҡатнашлығындағы видеоролик төшөрөргә кәрәк була. Ғаилә рус телендәге яратҡан әҙәби әҫәрен бергәләшеп уҡырға тейеш. Конкурста төрлө йәштәге балалы ғаиләләр ҡатнаша ала. Видеороликты остаздар, тәрбиәселәр менән бергә яҙҙырырға мөмкин. Видеоролик төшөргәндә уларға конкурс партнерҙары ярҙам итә ала. Партнерҙар хаҡында рәсми мәғлүмәт «Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ» Бөтә Рәсәй конкурсы бүлегендә урынлаштырыла. Бер ғаиләнән/ҡатнашыусынан бер генә эш ҡабул ителә, хронометражы 1-3 минут (хатта 15 секундҡа тиклем булыуы ла мөмкин), конкурс ике номинацияла уҙғарыла: «Проза» һәм «Шиғриәт». Һәр номинацияла жюри өсәр еңеүсе ғаиләне билдәләйәсәк, улар Мәскәүгә наградлау тантанаһына саҡырыласаҡ. 

Еңеүселәр дипломдар, китаптар менән бүләкләнәсәк, шулай уҡ улар өсөн Мәскәүҙә сәфәр һәм мәҙәни программа ойоштороласаҡ.  Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә 2024 йылдың декабрендә үтә.

Эштәр 2024 йылдың 9 июненән 30 сентябренә тиклем (Мәскәү ваҡыты буйынса 23:59:59) Yandex.forms 
https://forms.yandex.ru/cloud/6657143ec417f30ec8082825/ ҡулланып ҡабул ителә. 
Жюри һәр номинацияла иң яҡшы 3 эште һайлап ала ("Проза", "Поэзия") 2024 йылдың октябре.
Конкурс еңеүселәрен иғлан итеү 2024 йылдың ноябре.
Еңеүселәрҙе бүләкләү 2024 йылдың декабре.

Конкурстың положениеһы: https://want2read.ru/konkurs-chvs/ 
Ойоштороу комитеты адресы:
119049, Москва, Калужская площадь, д. 1. корп. 3, каб. 158
E-mail: [email protected]
Контактное лицо: Спицына Мария Александровна

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: