“Бик яҡшы кеше ине. Оҙаҡ йылдар районда намыҫлы хеҙмәте менән дан алды, аҙаҡ баш ҡалабыҙ Өфөлә юғары вазифалар биләһә лә, ябай булып ҡала белде...”
“Булғайны, ине” кеүек һүҙҙәрҙе әйтмәгеҙсе, зинһар. Әйтмәһәгеҙ ине. Әммә тормош ҡанундары аяуһыҙ, ул үҙенекен итә. Хаҡлы ялға сығып, әле емертеп донъя көткән, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлаған бер туғаның тураһында үткән заманда әйтелгән ошо һүҙҙәрҙе ишетеүе бер яҡтан йылылыҡ өҫтәһә лә, икенсе яҡтан үткер бысаҡ кеүек йөрәкте яра. Эйе, йөрәк бер нисек тә ҡабул итә алмай, күңел ышанмай, күҙҙән соборлап йәштәр аға... Дәртләнеп йәшәгән, баш ҡалала үҙенең алтын ҡулдары менән ҡорған донъяһында ҡыуанып йәшәр мәлендә аяуһыҙ сир иртәрәк, 65 йәшлек юбилейын туйлар алдынан ғына алып китте шул ағайыбыҙ Хәйбулла Хәйрулла улын.
Ғүмер юлы яңы ғына башланған кеүек ине бит. Таулыҡай ауылында Мәрфуға һәм Хәйрулла Ғәлиндарҙың ишле ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып ауаз һала ул донъяға.
урам тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуарҙы тәрбиәләшеү, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләшеү, бесән сабыу кеүек көндәлек эштәрҙә сынығып үҫә ул. Мәктәп йылдары ла артта ҡала. Бала саҡтан ергә ерегеп үҫкән егет, күп уйлап тормай, бер төркөм класташтары менән Баймаҡ ҡалаһының профессиональ-техник училищеһында шул йылда ғына асылған ауыл хужалығы эшселәре әҙерләү курсына белем алырға юллана. Әммә хыялын тормошҡа ашырыр өсөн был белем менән генә туҡталып ҡалырға ярамағанлығын яҡшы аңлап, йәй буйы имтихандарға ныҡлы әҙерләнә һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтының “Ветеринария” бүлегенә уҡырға инә. Дәртле йәшлек, студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә.
“Эшкә ҡайҙа барырға?” – тигән һорау тыумай. ул осорҙа “Cибай” совхозын етәкләгән директор Б.И. Көмөшбаевтың саҡырыуы буйынса хужалыҡҡа баш ветврач булып ҡайта. 1988 йылдан Куйбышев бүлексәһендә идарасы, 2002 йылдан шул уҡ совхоздың директоры итеп тәғәйенләнә.
...Бер саҡ Өфөнән Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре Баймаҡ районы хужалыҡтары эшмәкәрлеге менән танышып ҡайта. ул ваҡыттағы Президентыбыҙ М.Ғ. Рәхимов район етәкселәренең эше хаҡында һораша. “Колхоз-совхоз етәкселәренең күпселеге йә яғыулыҡ, йә орлоҡ, йә тағы ниндәйҙер ярҙам һорай.
Тик бер хужалыҡ етәксеһе генә үҙ көсө менән барыһын да яйға һалған. уның да үтенесе булды. ул хужалығында һарыҡты күпләп үрсетә, тик бына йөнөн ҡайҙа табышлы итеп тапшырырға белмәй”, – тип һөйләп бирәләр. Был Мортаза Ғөбәйҙулла улын ҡанатландырып ебәрә: “Бына шундай булдыҡлы етәкселәр үҙҙәренең эш тәжрибәһен башҡаларға өйрәтергә тейеш!” – тип Хәйбулла Хәйрулла улын БР Ауыл хужалығы министрлығына эшкә саҡырта... Был турала миңә һөйләгәстәр, аптырап ҡалдым. ниңә быға тиклем белмәнем икән?!
“Эшкә мөкиббән киткән кеше булды, ҡулынан килмәгән эше юҡ ине” – был йылы һүҙҙәр элекке күршеләре, “Cибай” совхозы эшселәре тарафынан әйтелде. Cовхоз директоры вазифаһын йөкмәткәс, ғәҙәттәгесә, яңы етәксегә яңы йорт бирелде. Әммә шул өйҙә генә йәшәп ятмай, көс-дәрте ташып торған директорыбыҙ ағас яҙҙыртып, урман ҡырҡып, үҙ ҡулдары һәм тырышлығы менән бына тигән йорт һалып сыҡты. Өфөгә күскәс тә, фатирҙа йәшәп кенә ятыуҙы хуп күрмәй, тағы бер ҙур йорт һалып инде. Эш яратты, үҙе бар йөрәген биреп, намыҫ ҡушыуы буйынса тырышҡанға, эшләгән кешене лә күрә белде, хөрмәт һәм ҡәҙер күрһәтте... Эйе, яҡшы сифаттары күп ине уның. Юғары күрһәткестәргә ирешеп, совхозыбыҙҙы алдынғылар рәтенә сығарып, районда ғына түгел, республика кимәлендә билдәлелек яуланы, абруй ҡаҙанды.
“...Бик дәртле ине. Милли рухлы башҡорт балаһы. Өфөгә эшкә алынғас та эшләп киткән ауылын ташламаны, ғаиләһе менән килер ине. Йәй көндәре, ҡолас ташлап, беҙгә бесән эшләне. Ә кистәрен гармунында уйнап, моңло йырын һуҙҙы, беҙҙе лә йырлатты. Аҙаҡ: “Әйҙә көрәшеп алайыҡ әле!” – тип кесе бәйгеһен ойошторор ине”, – тиҙәр коллегалары.
Эйе, ағайыбыҙ студент йылдарынан көрәш менән шөғөлләнде, күп йылдар район һабантуйҙарында беренсе урынға сыға ине. Бәләкәйҙән гармунда уйнаны. Дамулла ағайыбыҙ мәрхүм (ул оҫта ҡурайсы булды) менән икәүләп йортобоҙҙо гармун моңдарына күмәләр ине. Дандары, мәңгелек моңдары ҡалды ағайҙарымдың. Хәйбулла Хәйрулла улы 2002 йылдан БР Ауыл хужалығы министрлығында министр урынбаҫары, БР Министрҙар Кабинеты Аппаратының агросәнәғәт сәйәсәте һәм ер төҙөлөшө, БР Хөкүмәте Аппаратының агросәнәғәт сәйәсәте һәм ер төҙөлөшө бүлектәре мөдире булып эшләне, БАГCу-ла үҙ тәжрибәһе, белеме менән уртаҡлашып, дәрестәр бирҙе.
Хөкүмәтебеҙ тарафынан намыҫлы хеҙмәте юғары баһаланды. ул – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008 й.), биология фәндәре кандидаты (2011 й.).
11 балалы ҙур ғаиләнең тыуған ергә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләнгән мөхитендә үҫкәнгә лә ағайыбыҙ тырыш, аҡыллы, эшлекле, алдына ҡуйған маҡсатына ышаныслы аҙымдар менән атлаусы оло шәхес. “Ошо ҡоҙаның һөйләшеүе оҡшай. Һәр һүҙенән милли рух бөркөлә, телмәре ябай ҙа, яғымлы ла, матур ҙа. Ҙур урында эшләгән кеше шулай булалыр инде. Үҙе алсаҡ, кеселекле, кешелекле”, – ти торғайны ағайыбыҙ тураһында бер ҡоҙағый мәрхүмә...
Хоҙай биргән ғүмер миҙгелендә юлдаш булған бер нисә генә кешенең хәтирәләре лә ағайыбыҙҙы күҙ алдына баҫтыра алды.
Өлгөлө ғаилә башлығы Хәйбулла Хәйрулла улы, еңгәйебеҙ менән 3 балаға ғүмер биреп, уларға юғары белем алырға булышлыҡ итте, һәр береһенә был тормошта үҙ урынын табырға юл күрһәтте.
Мәңгелеккә китте туғаныбыҙ.
Кире ҡайтмаҫ ҡына ерҙәргә.
Атҡан таңдарға шатланып,
Эх, йәшәргә ине, йәшәргә.
Нәфисә МӘМБӘТОВА, мәғариф ветераны