рашты, уларҙың
йәшәйешен өйрәнде,
проблемалары менән
ҡыҙыҡһынды.
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа Моҡас ауыл биләмәһенә ҡараған төбәктә йәшәүсе халыҡ Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән проекттарҙа әүҙем ҡатнаша, “Сәләмәт ауыл”, “Сылтыр шишмә” һәм башҡа конкурстарға ярашлы маҡсатлы
эш алып бара. Урындағы етәкселәрҙең, әүҙем йәмәғәтселәрҙең, халыҡтың тырышлығы
менән 2022 йылда Беренсе
Төркмән ауылы атап үтелгән
бәйгелә Гран-при яуланы,
2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса әхмәрҙәр 1-се урынды
алды. “Сәләмәт ауыл” конкурсында быйыл инде абҙаҡтар
ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Абҙаҡ ауылы мәсетендә
үткән Ҡоролтайҙың күсмә ултырышында ойошма рәйесе
Ришат Ишембәтов, Моҡас
ауыл биләмәһе хакимиәте
башлығы вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Хажина, ауылдың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары
һәм ир-егеттәре ҡатнашты.
Әйтергә кәрәк, һөйләшеү ике
яҡ өсөн дә бик тә файҙалы
булды, унда көн ҡаҙағына
һуҡҡан проблемалар уртаға
һалып тикшерелде, “Сәләмәт
ауыл-2024” конкурсына ярашлы алып барыласаҡ эштәр
барланды.
“Абҙаҡ ауылы үҙенең бай
тарихы, хеҙмәт һөйөүсән, тырыш халҡы менән билдәле, –
тине Гөлназ Айрат ҡыҙы. –
Ауылда мәктәп, клуб күптән
инде ябылды, магазин да юҡ.
Дилә Солтанғазина етәкләгән
фельдшер-акушерлыҡ пункты
ғына эшләп тора. Күбеһенсә
өлкән һәм урта йәштәге кешеләр йәшәй бында, балалары балалар баҡсаһына йөрөгән һәм мәктәп йәшендә
булған ике генә ғаилә бар. 10
уҡыусы Әхмәр һәм Беренсе
Төркмән мәктәптәренә автобуста йөрөп уҡый.
Ауыл халҡы мал, ҡош-ҡорт
үрсетеп донъя көтә, хеҙмәт
йәшендәге ирҙәр себер тарафтарына, Сибай ҡалаһына
йөрөп эшләй. “Толпар” ЯСЙһының йылҡысылыҡ фермаһында тир түккән ир-егеттәр
ҙә бар. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә
Әхмәр ауылында үҙҙәренә
эш тапҡан.
Булған проблемаларға ҡарамаҫтан, абҙаҡтар берҙәмлеге, эшһөйәрлеге менән айырылып тора, улар төшөнкөлөккә бирелмәй, гөрләтеп
донъя көтә, үҙ проблемаларын үҙҙәре хәл итә. Күмәкләшеп төрлө саралар ойоштора, ауылдарын төҙөкләндерә. Был тәңгәлдә ситтә йәшәүселәр ҙә ҙур ярҙам күрһәтә.
Абҙаҡҡа килеп, халыҡ
менән осрашып, уларға район башҡорттары ҡоролтайының “Сәләмәт ауыл-2024”
конкурсында ҡатнашырға тәҡдим иткәс, бер тауыштан риза булдылар. Был төбәк иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын,
проектта ҡатнашһын, тыуған
төйәгенә йән өрһөн, тигән
теләктәмен. Улар быға лайыҡлы һәм бәйге шарттарына
ярашлы маҡсатлы эш атҡарып
сығырҙар, тип ышанам”.
Әйтергә кәрәк, Гөлназ
Хажинаның әлеге конкурсҡа
Абҙаҡты йәлеп итеүе маҡтаулы күренеш, сөнки бер
ауыл да власть һәм йәмәғәт
ойошмаларының иғтибарынан
ситтә ҡалырға тейеш түгел.
Был фекерҙе үҙенең сығышында Ришат Ишембәтов та
хуплап сыҡты. “Урындағы үҙидара органдары һәм йәмәғәт
ойошмалары һәр ауыл халҡының проблемаларын яҡындан белергә, даими рәүештә
улар менән осрашып торорға
тейеш, – тине Ришат Вәкил
улы. – Мәғлүмәт төркөмдәре
лә һәр ауылға барып етергә
бурыслы. Шул уҡ ваҡытта
ошо төбәктән һайланған район Советы, ауыл Советы депутаттары ла урындарҙағы
проблемаларҙы өйрәнергә,
уларҙы хәл итеү өсөн мөмкин
булғандың барыһын да эшләргә тейеш.
Район ҡоролтайының “Сәләмәт ауыл” конкурсына килгәндә, проект ауыл биләмәләре өсөн бик уңышлы булды. Был бәйге ярҙамында
ауылдарыбыҙ төҙөкләнә, шишмәләр кәртәләнә, төрлө саралар даими үтеп тора. Ул
халыҡты уртаҡ маҡсатҡа әйҙәүсе, берләштереүсе конкурс булараҡ та билдәле.
Абҙаҡ ауылының да унда
әүҙем ҡатнашыуын һәм яҡшы
һөҙөмтәгә ирешеүен теләргә
генә ҡала”.
Һуңынан ултырышта ҡатнашыусылар ауыл менән яҡындан танышты, объекттарҙа
булды. Абҙаҡта бөгөн 45
йорт-ихата иҫәпләнә,
барлығы 60 кеше
йәшәй, 60 баш ваҡ
мал, 200 баш һыйыр
малы һәм 75 йылҡы
аҫрала. Ауылда буш
торған өйҙәр ҙә байтаҡ ҡына. Башланғыс мәктәп бынан ун
дүрт йыл элек ябылған, клубта оҙаҡ йылдар инде эшләмәй.
Әйтергә кәрәк, мәктәп, клуб һәм ФАП-ты
үҙ эсенә алған бинаның торошо насарҙан түгел. Хатта мәктәп парталары ла
шул килеш һаҡланған, улар үҙҙәренең
уҡыусыларын көтөп
ултыра кеүек. Төрлө
сара, йыйылыш үткәреү өсөн кәрәкле
бина булмауы абҙаҡтарҙы
борсоуға һала. Уның бер
бүлмәһен үҙҙәре ремонтлап
алырға ла риза, әммә бинаны файҙаланыуға рөхсәт
алыу, электр утын ҡайтанан
үткәреү буйынса проблемаларҙы ла хәл итергә кәрәк.
2019 йылда ауыл халҡының көсө менән яңы мәсет
төҙөү башлана. Иман йорто
өсөн бураны ошо ауылдың
арҙаҡлы шәхесе, Бөйөк Ватан
һуғышы ветераны, танылған
ҡурайсы Рәхимйән
Аҫылбаевтың ҡыҙы Лүзә
Аҫылбаева һатып алып
бирә. Төҙөлөштә ауыл
халҡы, ситтә йәшәүселәр ҙә
әүҙем ҡатнаша, өмәләр
үткәрелә. Һәм бына өс йыл
инде бында йома
намаҙҙары уҡыла, дини байрамдар үткәрелә. Имамхатип Сибәғәт Күзибаев
етәкләгән дини ойошмаға
күберәк ҡатын-ҡыҙҙар
йөрөй, ситтә йәшәгән ауылдаштары ла килеп, аят
уҡытып, дини мәжлестәр
үткәреп китәләр. Әммә әле
булһа мәсет рәсми рәүештә
теркәлмәгән һәм тейешле
документтар алынмаған,
тимәк, был мәсьәләне район
мөхтәсибәте үҙ контроленә
алырға бурыслы.
Абҙаҡта, ысынлап та,
бик тә тырыш, әүҙем, берҙәм
халыҡ йәшәй. Улар үҙ көстәре менән йыл да төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр
атҡарып сыға. Быйыл, мәҫәлән, иртә яҙ менән өмә
үткәреп, урындағы зыяраттың
бағаналарын яңыртҡандар.
Был изге эштән ҡырҙа йәшәүселәр ҙә ситтә ҡалмаған.
Шул уҡ ваҡытта 15 км
оҙонлоғондағы Абҙаҡ – Сибай
юлын (халыҡ уны БАМ юлы
тип йөрөтә) ремонтлау
буйынса ике көн дауамында өмә үткәрелгән.
Ауылдың элекке старостаһы, абруйлы ғаилә
башлығы Рамаҙан Ғәлин уны ойоштороуға
күп көс һала. Өмәлә
Абҙаҡ, Әхмәр ауылдары, Сибай ҡалаһы,
Арҡайым ҡасабаһы ирегеттәре әүҙем ҡатнаша.
Бынан тыш, бында
“Сәләмәт ауыл”, “Таҙа
кесаҙна” акциялары
сиктәрендә Төйәләҫ һәм
Ерекле йылғаларының
буйҙары ҡыйҙан таҙартылған.
Абҙаҡҡа автобус
йөрөмәүе лә ҙур проблема тыуҙыра. “Ауылға аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла автобус
йөрөһә риза булыр
инек, – тиҙәр улар, –
шул уҡ ваҡытта әллә
ҡасандан инде беҙ газ
үткәреүҙе һорайбыҙ. Төп
проблема ана шул “зәңгәр
яғыулыҡҡа”ҡа барып төртөлә.
Етәкселәр беҙҙең аһ-зарҙы
ишетер, уларҙы хәл итеү юлдарын табыр, тип өмөтләнәбеҙ”.
Тыуған төйәге өсөн йән
атҡан, уның киләсәге өсөн
борсолған, төрлө сараларҙа
әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр күп бында.
Герой-әсә, ун өс балаға ғүмер
биргән Хөсниямал Күзибаева,
барлыҡ ғүмерен мәғариф системаһын үҫтереүгә арнаған
ветеран-уҡытыусы Әнисә Әхмәтова ысын мәғәнәһендә ил
инәһе дәрәжәһенә күтәрелгән абруйлы кешеләр. Шул
уҡ ваҡытта Рәйлә Аҫылбаева,
Таңһылыу Йәнтүрина, Әҡлимә
Аҡназарова, Гөлсәсәк Аҫылбаева, Роза Таһирова, Гөлназ
Йәнтүрина, Хәмиҙә Ҡурпасова, Айгөл Мәҡсүтова, Рәзифә
Мостаҡимова, Вәлит Ҡурпасов, Әғләм Аҫылбаев, Өлфәт
Юлғотлиндар ауылдың тотҡаһы булып һанала, улар барлыҡ эштәрҙә лә әүҙем ҡатнаша, тыуған төйәген хәстәрләп йәшәй. Яңыраҡ һайланған староста Розалия
Юлғотлина эште ең һыҙғанып
башлап ебәргән.
Рух һүнмәһә, ил үлмәҫ, тип
юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ.
Абҙаҡтарҙа рух та, тырышлыҡ
та, әүҙемлек тә етерлек. Тимәк,
киләсәккә өмөт тә бар.
Азамат Мөхәмәтшин.