Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
15 Июнь , 16:25

Йылымда ла асылды

Улар Яраттан килеп материал алып ҡайттылар ҙа, станок әҙерләп эшкә тотондолар. Тик туҡыма ҡырҡырға станоктарзы ғына юҡ әлегә. Берәй ҡулы эш белгән ир- егет тотонһа, момент эшләп бирә инде биреүгә...

Йылымда ла асылды
Йылымда ла асылды

Ура!  Маскировка сеткаһын үреү буйынса тағы ла бер нөктә асылды. Ул да булһа, Йылым ауылы. "Һаумыһығыҙ, тағы ла бер бүлмәлә эш урыны әзерләйбеҙ күмәгәйеп китһәк һыймаҫбыҙ, бына ошонда үрәләр, килгән еңгәйҙәргә өйрәтеп торабыҙ , результаттар күренә бара, яугирҙәрҙең именлеген теләп сетка үреү башланды. Ҡайһылары ҡырҡалар һәм оплетка үткәрәләр. Төштән һуң да киләбеҙ, алмашлап йөрөйбөҙ. Әле фотолар булыр әле"- тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Гөлсәсәк һылыу.

Улар Яраттан килеп материал алып ҡайттылар ҙа, станок әҙерләп эшкә тотондолар. Тик туҡыма ҡырҡырға станоктарзы ғына юҡ әлегә. Берәй ҡулы эш белгән ир- егет тотонһа, момент эшләп бирә инде биреүгә. Әммә әлегә катын- ҡыҙҙар үҙ - ара мәж киләләр. Афарин, Йылым ауылына!"

Миләүшә Юлдашбаева. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: