Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
14 Июнь , 11:47

Һәмән ауылы балалары "Өләсәйҙә ҡунаҡта"

Был көндө иртә менән Һәмән ауылы урамы балаларҙың шат тауышынан шау-гөр килеп торҙо. Йәйге каникулға килгән ейән-ейәнсәрҙәрен эйәртеп, аллы-гөллө күлдәктәрен кейеп алған ағинәйҙәрҙәр бәләкәй һабантуйға йыйылды.

Һәмән ауылы балалары "Өләсәйҙә ҡунаҡта"

Был көндө иртә менән Һәмән ауылы урамы балаларҙың шат тауышынан шау-гөр килеп торҙо. Йәйге каникулға килгән ейән-ейәнсәрҙәрен эйәртеп, аллы-гөллө күлдәктәрен кейеп алған ағинәйҙәрҙәр бәләкәй һабантуйға йыйылды.

- Халыҡ уйындарын һаҡлау һәм тергеҙеү - беҙҙең төп маҡсаттарҙың береһе. Шуға күрә, ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә балаларға "Өләсәйҙә ҡунаҡта" исемле байрам үткәрҙек, - тине урындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәһимә апай Һибәтуллина.

Баланың кем икәнен белгең килһә уйынына ҡара, тигәндәр. Үкенескә ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар араһында элек-электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотолоп бара. ”Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Кем алыҡ?” , “Көршәк ватыу”, "Ат сабышы", "Күҙ бәйләү" һәм башҡа уйындарҙы балалар ғына түгел, ололар ҙа яратты. Арабыҙҙағы иң оло инәйҙәр: Фәриҙә Асҡарова, Рәйлә Кинйәбулатова, Гөлшат Йәрмөхәмәтова, Әлфирә Боҫҡоновалар ҙа уйындан ситтә ҡалманы.

Халыҡ уйындарын Әлфиә Йәрмөхәмәтова, Гөлгөнә апай Асҡарова, Ишһылыу апай Әминева, Фәһимә апай Һибәтуллина, Рәмилә апай Әминева, Гөлшат апай Нурғалина, Илүзә апай Аҡнаҙарова, Тәнзилә апай Мырҙина ойошторҙо. Уйында ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә иҫтәлеккә бүләктәр бирелде. Иң күп ейән-ейәнсәре менән байрамға килеүсе Нурзиә апай Йәнгилдинаға махсус приз тапшырылды.

Байрам аҙағында Фәриҙә инәй Асҡарова йорт-ил тыныслығына, хәрби хеҙмәттә йөрөүсе ирегеттәрҙең именлегенә аят бағышланы. Балалар ҙа, ололар ҙа ағинәйҙәр бүлмәһендә өҫтәл тулы тәмлекәстәр менән шаулап ҡайнап ултырған самауыр сәйе эсеп таралды.

Халыҡ ижады, халыҡ уйындары менән һуғарылып үҫкән бала ғына рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө була, ти һәмәндәр.

Р. Булатова,

китапханасы.

Һәмән ауылы балалары "Өләсәйҙә ҡунаҡта"
Һәмән ауылы балалары "Өләсәйҙә ҡунаҡта"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: