Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
14 Июнь , 17:39

Хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

Яҡташыбыҙ Гөлдәр Яҡшығолова - Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре!

Хеҙмәте лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

Бөгөн Өфөлә республика журналистарының медиайыйынында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.Улар араһында билдәле журналист, Таулыҡай ауылы ҡыҙы, "Башҡортостан" гәзитенең мәғариф бүлеге мөдире Гөлдәр Салихова-Яҡшығолованың да булыуы ҡыуаныслы.

Гөлдәр Әхәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар "Атайсал" гәзитендә хәбәрсе, яуаплы секретарь булып эшләне, бай тәжрибә тупланы, үҙ эшенең ысын оҫтаһы булып танылды.Бына байтаҡ йылдар инде ул хеҙмәт юлын "Башҡортостан" гәзитендә дауам итә.

Ошо йылдар эсендә Г.Яҡшығолова үҙен һәләтле һәм белемле, үткер ҡәләмле  журналист итеп танытты, намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй ҡаҙанды.

Коллегабыҙҙы юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ, ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: