Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
13 Июнь , 14:45

Башҡортостанда инвалид етем балалар бюджет иҫәбенә ҡайтанан уҡып сығырға мөмкин

Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Яҙғы сессияның аҙаҡҡы ултырышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы —  Ҡоролтай депутаттары етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтәмә гарантияларға ҡағылышлы закон проектын ҡарарға ниәтләй. Был хаҡта республика ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Башҡортостан парламентында билдәләүҙәренсә, закон проекты һаулыҡ мөмкинлектәре сикле етем балаларҙың социаль яҡланғанлығын көсәйтеү өсөн әҙерләнгән.

Анығыраҡ әйткәндә, инвалид етем балаларға республика бюджеты аҡсаһы иҫәбенә эшселәрҙе һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайтанан әҙерләү программалары буйынса бер тапҡыр көндөҙгө бүлектә уҡыу мөмкинлеге бирергә тәҡдим ителә. Ошо уҡ закон проекты менән уҡыу осоронда айлыҡ пособие һәм уҡыу әсбаптары, кәрәк-яраҡтар алыу өсөн пособие түләү ҡаралған.

Түләүҙең күләмен һәм тәртибен Башҡортостан хөкүмәте билдәләй.

Сығанаҡ:

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-06-13/v-bashkirii-deti-siroty-s-invalidnostyu-smogut-pereobuchitsya-za-schet-byudzheta-3807901

Башҡортостанда инвалид етем балалар бюджет иҫәбенә ҡайтанан уҡып сығырға мөмкин
Башҡортостанда инвалид етем балалар бюджет иҫәбенә ҡайтанан уҡып сығырға мөмкин
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: