Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
9 Июнь 2024, 17:33

Мерәҫтәр ауыл һабантуйына йыйылды

Халыҡ байрамы ойошҡанлы үтте, иң-иңдәр тәбрикләнде, төрлө ярыштар гөрләп үтте

Мерәҫтәр ауыл һабантуйына йыйылдыМерәҫтәр ауыл һабантуйына йыйылды
Мерәҫтәр ауыл һабантуйына йыйылды

Бөгөн Мерәҫтә "Һабантуй-2024" халыҡ байрамы үтте.Уны фермер хужалығы етәксеһе Ғиззәт Ямантаев һәм Мерәҫ ауыл биләмәһе ойошторҙо.Тантаналы сарала район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Айнур Вәлишин, Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев, Ҡолсоранан матбуғат ветераны Салауат Мөхәмәтшин, Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы, ауыл хужалығы производствоһы ветераны Рамаҙан Ямантаев, МХО-лағы яугирҙәрҙең рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизов ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Һабан байрамында "Сәсеү-2024" кампанияһына йомғаҡ яһалды, иң-иңдәргә район хакимиәтенең һәм район Ҡоролтайының Почет грамоталары тапшырылды.Данлыҡлы игенсе, ордендар кавалеры Ғәбит Ямантаев исемендәге махсус премияның тәүге лауреаты ла билдәле булды.

Мерәҫ һабантуйынан репортажды гәзиттең сираттағы һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас