Ғаилә йылы
6 Июнь 2024, 06:45

"Ауылым шәхестәре"

Ауыл китапханалары араһында иң яҡшы күмәк сараға смотр-конкурсы сиктәрендә Ишбирҙе ауыл китапханаһы "Ауылым шәхестәре" проекты буйынса ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, хеҙмәт ветераны, көслө шашкасы, һәүәҫкәр шағир Урал Әғзәм улы Моратовтың иҫтәлегенә арналған Хәтер кисәһе ойошторҙо...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ауыл китапханалары араһында иң яҡшы күмәк сараға смотр-конкурсы сиктәрендә Ишбирҙе ауыл китапханаһы "Ауылым шәхестәре" проекты буйынса ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, хеҙмәт ветераны, көслө шашкасы, һәүәҫкәр шағир Урал Әғзәм улы Моратовтың иҫтәлегенә арналған Хәтер кисәһе ойошторҙо.
Урал Әғзәм улы Моратов 1937 йылдың август айында хәҙерге ваҡытта бөткән ауыл Әлимсат ауылында тыуа. Урал олатайҙың атаһы Әғзәм Моратов ауыл активисы булған, оҙаҡ йылдар колхозды, промарталде, Юлыҡ сельпоһын, Ишбирҙе урман участкаһын етәкләгән, Әсәһе Хөсниямал инәй ишле ғаиләнең хужабикәһе булған. Тик яҙмыш ҡушыуы буйынса Урал олатай яңғыҙ ғүмер кисерә, әммә ул бер ҡасан да яҙмыш һынауҙарын бирешмәй матур тормош юлы үткән. Урал олатай йәштән үк спорт ярата, шашка буйынса күп тапҡыр район чемпионы була, республика күләмендә үткән ярыштарҙа ла ҡатнаша. Ғүмере буйы урмансы булып эшләп, ысын мәғәнәһендә тәбиғәт балаһы булып урманды ихлас ярата һәм ҡурсалай. Балыҡсы һәм һунарсы булараҡ, һәр ваҡыт тәбиғәт менән аралаша, төрлө дарыу үләндәре йыйып төнәтмәләр яһап ауылдаштарына ярҙам итә. Шулай уҡ, шиғырҙар ҙа яҙа. Гөлшат Рәмзә ҡыҙы Урал Әғзәм улының “Ишбирҙе офоҡтары” исемле шиғырына Дамир Солтановтан көй яҙҙырып ауылыбыҙҙың гимнын булдырғайны, хәтер кисәһен тап ошо йыр менән асып ебәрҙек.
Сарала ауылдаштары Урал олатай тураһында хәтирәләрен яңыртты, Мәрйәмә апай Бикҡолова, Ғәзимә Юнысова шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, туғандары иҫтәлектәре менән бүлештеләр.
Шашкасы булараҡ Урал Моратов 40 йыл буйы район йыйылма командаһында уйнай. Баймаҡ шашкасылар республика райондары араһында иң көслөләрҙән һанала, күп тапҡырҙа еңеү яулай. Уның менән бер командала уйнаған оҫта шашкасы Сәлимйән Ульябаев та Урал олатайҙың ниндәй көслө шашкасы булыуы тураһында һөйләп китте.
Беҙҙең ауылда йыл да Урал Моратов кубогына шашка ярыштары үтеп тора, уны ойоштороуға ауылыбыҙҙың Ҡоролтай ойошмаһы етәксеһе Сәлим Мөхтәр улы күп көс һала. Ул бер нисә көн элек кенә лә үткән ярыш һөҙөмтәләре менән таныштырып, еңеүселәрҙе бүләкләп китте. (Бағымсылар- Иҙелбаев Д.Р. һәм Халиков Ю.М. булды)
Үҙенең моңло тауышы менән сараны биҙәп Камила Хәйризаманова Сәлимә Барлыбаеваның шиғырына, Дамир Солтанов көйөнә "Ҡайтам әле" йырын башҡарҙы.
Урал Әғзәм улы шашка таҡтаһында уйнау менә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Шахматты ла ярата ул, уның инициативаһы менән ауылда теннис үҫеш ала, футбол уйнайҙар. Бына шундай шәхес булған беҙҙең ауылдашыбыҙ. Әйткәндәй быйыл йәй уның баҡыйлыҡҡа күсеүенә 20 йыл була. Был сараны ойоштороп уның рухы шатланғандыр тигән өмөттәбеҙ, ауылдаштарының, туғандарының хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр әле уның яҡты иҫтәлеге.

Гөлфиә Тләүсина, китапханасы.

"Ауылым шәхестәре"
"Ауылым шәхестәре"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас