Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
1 Июнь 2024, 06:20

Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта

Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ! ✅Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан Билал мәҙәниәт йорто янында китапханасы Райхана Булатова, мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәғилә Ғайсина, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Миңһылыу Әхмәҙина "Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!" исемле байрам үткәрҙе. Байрам йыр-бейеү, күңелле уйындар менән аралашып барҙы. Байрамға килгән балалар батутта һикерҙе, шар атты. (Уларҙы Фәнзил Билалов үткәрҙе). Шулай уҡ, "Һуҡма туп", "Йәшерем-йәшерем яулығым", "Кем алыҡ?", "Етеҙҙәр" һ.б милли уйындарҙа ҡатнашты. Һәр береһенә уйынсыҡтар, тәмлекәстәрҙән өлөш тейҙе. Ә байрам аҙағынан байрамға килгән 60! балаға туңдырмалар тараттыҡ. Уларҙың ҡыуанғандарын күрһәгеҙ! ✅ Балаларға бүләктәр, күстәнәстәр алыуҙа ярҙам иткән ауылдаштарға ҙур рәхмәт! Бына улар: Фәнүзә Шаһибалова, Зөлфиә Байраҡаева, Әнисә Әминева, Айһылыу Йәнгилдина, Альбина Йәнгилдина, Илһөйәр Ғәбдрәшитова, Зөлфиә Мәхмүтова, Сәғилә Ғайсина, Гөлдәр Аблаева, Дилара Әхмәтова, Миңлегөл Аманова, Гөлгөнә Асҡарова, Ләйсән Таулыҡаева, Айгөл Ғайсина, Фәрхәнә Сирусина. Балаларҙы ҡыуандырған кеүек үҙегеҙ ҙә ҡыуанып, шатланып ғүмер итегеҙ! ✅ Ҡәҙерле һәм һөйөклө балалар! Һеҙҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр көнөгөҙ бәхеткә тулы булһын! Бәхет, сәләмәтлек, именлек теләбеҙ! Райхана Булатова.

Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!
Һин донъяны яҡын күргең килһә, бала күҙе менән уға баҡ!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас