Ғаилә йылы
1 Июнь 2024, 13:02

Балалар өсөн һабантуй

Тулыраҡ беҙҙең сайтта

Ауылыбыҙҙа гөрләп үтте балалар һабантуйы. Иртән һауа торошо бер аҙ ҡурҡытып, утлы ҡамсыһын уйнатып, күҙ йәштәрен сылатып алһа ла ары алай ҙа аяҙытып, ҡояш апай йылмайып ебәргәс, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булмағандыр. Тау бите балаларҙың сыр-сыу килгән күңелле тауыштарынан яңғырап торҙо. Ауыл балалары ғына түгел ҡырҙан өләсәй - олатайҙарына ялға, каникулға килгән балаларҙың да күп булыуҙары ҡыуандырҙы. Миңзифа Яҡшылыҡ ҡыҙы төрлө уйындар ойошторҙо. Был уйындарҙа балалар менән бер рәттән әсәйҙәр, оләсәйҙәр ҙә дәррәү генә ҡатнаштылар. Ә, ашъяулыҡ йәйеү, самауырҙар ҡайнатыу ағинәйҙәр иңенә ятты. Тәбиғәт ҡосағында, күмер самауырҙары менән һәр кем үҙе бешереп, төшөрөп алып килгән ризыҡ менән тәмләп сәй эсеүҙәре генә лә ни тора!? Балаларға күстәнәстәр алыуҙа ҙур ярҙам ҡулдары һуҙған спонсорҙарыбыҙ Ишемгужин Йәмил Рәсүл улына, Ишдәүләтов Рөстәм Рәис улына һәм Юсупов Айгиз Әнғәм улына ҙур рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Рәхмәт шулай уҡ балаларҙың күңелен күтәреп, ошо бәләкәй генә һабантуйҙа ҡатнашҡан һәр кемгә лә. Ишей ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Х. И. Ишдәүләтова.

Балалар өсөн һабантуй
Балалар өсөн һабантуй
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас