Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
30 Май 2024, 12:00

Баймағымдың бил бирмәҫ келәм батырҙары

Баймаҡта милли көрәш киң үҫешкән. Бил бирмәҫ батырҙарыбыҙ танылыу яулаған. Спортсыларҙың был тәңгәлдәге уңыштары ниндәй? Киләсәккә пландары нисек? 23 май – Көрәшселәр көнө уңайы менән ошо тәңгәлдәге һорауҙарҙы Баймаҡ ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директор урынбаҫары, милли көрәш буйынса тренер-педагог Илшат Хәмитовҡа бирҙек...Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Баймағымдың бил бирмәҫ келәм батырҙары

Баймаҡта милли көрәш киң үҫешкән. Бил бирмәҫ батырҙарыбыҙ танылыу яулаған. Спортсыларҙың был тәңгәлдәге уңыштары ниндәй? Киләсәккә пландары нисек? 23 май – Көрәшселәр көнө уңайы менән ошо тәңгәлдәге һорауҙарҙы Баймаҡ ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директор урынбаҫары, милли көрәш буйынса тренер-педагог Илшат Хәмитовҡа бирҙек.

- Илшат Нуриәхмәт улы, Баймаҡта рәсми милли көрәш спорты ҡасан үҫешә башлаған?

- Борон-борондан башҡорт халҡының яратҡан спорт төрө милли көрәш булған. Һәр ауылдың бил бирмәҫ батырҙары бар. Ләкин ул һәр кемдең яратҡан шөғөлө генә булып һаналған. Минең үҙемә лә шул дәүер әҙ-мәҙ эләкте. Ә рәсми милли көрәш спорты беҙҙең районға 1985 йылда килеп инде. Уға райондың баш ветеринар врачы Вил Рәмиев башланғыс һалған. Өфөлә уҡыған сағында милли көрәш буйынса түңәрәккә йөрөй. Баймаҡҡа эшкә ҡайтҡас, үҙе эшләгән Ишмырҙа, Таулыҡай ауылдарында милли көрәш буйынса түңәрәк аса. Бала саҡтан был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныуым шул ҡәҙәр ҙур булғанлыҡтан, ауылдың бер нисә егеттәре менән бергә Буранбайҙан Таулыҡайға йыл әйләнәһенә секцияға йөрөй торғайныҡ. Баймаҡтың йыйылма командаһын булдырҙыҡ. Төрлө ярыштарға йөрөнөк, еңеүҙәргә өлгәштек.

  • Һеҙ чемпион исеменә лә лайыҡ булғанһығыҙ...

- Республика кимәлендә ике тапҡыр милли көрәш буйынса чемпион булып танылдым. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған ярышта ла еңеү яуланым. Район кимәлендә әйтеп тораһы ла түгел.

- Ә киңерәк масштабта милли көрәш спорты беҙҙә нисек үҫеште?

- Һуңғараҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҡарамағында милли көрәш спорты буйынса секция асылды. Унда шөғөлләнергә теләүселәр күп. Бөгөн бында өс йөҙҙән ашыу бала шөғөлләнә. Спорт мәктәбенең ауылдарҙа филиалдары эшләй. Ҡаланың 2-се мәктәбендә һәм 4-се лицейҙа көрәш залдары асылды. Уларҙа ла балалар шөғөлләнә.

- Иң юғары уңыштарығыҙ?

- Баймаҡ көрәшселәре бөгөн район һәм республика кимәлендә уҙған ярыштарҙа ғына түгел, ә Рәсәй төбәктәрендә ойошторолған турнирҙарға ла сыға һәм юғары һөҙөмтәгә өлгәшә. Һуңғы йылдарҙағы уңыштарҙы берләштереп әйткәндә, Ҡазан ҡалаһында уҙған Рәсәй беренселегендә ҡатнаштыҡ. Унда Фәнзил Байрамғолов, Мансур Ҡунсбаев, Альберт Яуғастин, Нияз Зәйнәғәбдинов, Рөстәм Дәүләтбаев, Мөхәмәт Яҡупов, Рамаҙан Яҡупов, Ильяс Дәүләтбаев, Ильяс Байымов, Нурислам Фәйзуллин, Илсур Атанғолов, Ильяс Байымов, Әмир Һибәтуллиндар икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яуланы. Р.Ш. Фардиевтың яҡты иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ярышында Ильяс Байымов – икенсе, Мөхәмәт Яҡупов өсөнсө урындарҙы алды.

- Республика кимәлендә лә ярыштарҙа йыш ҡатнашаһығыҙ.

- Милли көрәш буйынса Толбазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Красноусол ауылдарында уҙған республика беренселегендә лә беҙҙең егеттәр яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Рамаҙан Яҡупов, Мөхәмәт Яҡупов, Ильяс Байымов, Нияз Зәйнәғәбдинов – беренсе, Илдар Байымов, Рөстәм Дәүләтбаев, Илнар Халиҡов, Ирхан Ғүмәров, Нурислам Фәйзуллин, Рамаҙан Мәхмүтов, Руслан Дәүләтбаев, Ислам Ишдәүләтов – икенсе, Ильяс Ғәббәсов, Ильяс Дәүләтбаев, Инсаф Ғарифуллин, Ильяс Дәүләтбаев, Ильяс Байымов, Рөстәм Дәүләтбаев, Нурйән Ишмырҙин, Ислам Хәлитов, Байрас Ғафаров, Әмир Һибәтуллиндар өсөнсө урындарға лайыҡ булды.

- Команда ярыштарында ла Баймаҡтарҙың уңышы ниндәй?

- Милли көрәш буйынса республика уҡыусылары спартакиадаһының финал уйынында Ильяс Байымов, Мөхәмәт Яҡупов, Ирхан Ғүмәров, Ислам Хәлитов, Нияз Зәйнәғәбдинов, Байрас Ғафаровтарҙан торған Баймаҡ командаһының беренсе урын яулауы шуға асыҡ миҫал булып тора. Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXIV Спартакиадаһы иҫәбенә уҙған милли көрәш көрәше буйынса төбәк һәм республика ярыштарында ла Баймаҡ командаһы беренсе урынды яуланы.

- Илшат Нуриәхмәт улы, һеҙҙең тәрбиләнеүселәр төрлө кимәлдәге ярыштарҙа бик күп ҡатнаша. Һөҙөмтәләр нисек?

- Был, ысынлап та, шулай. Үрҙә һанап кителгәндәр уларҙың бер өлөшө генә. Бынан тыш, иҫтәлекле даталарға бәйләп уҙғарылғандары ла күп. Уларҙа ла ҡатнашабыҙ һәм еңеү яулайбыҙ. Мәҫәлән, спорт мастеры Ж.Д Йосоповтың  иҫтәлегенә арналған БР-ҙың Мәғариф министрлығы беренселегенә уҙған турнирҙа Солтан Миңлебаев ҡатнашты һәм беренсе урынды яуланы. Ғөмүмән, Баймаҡ көрәшселәренә йыш ҡына башҡа төбәктәрҙән улар исеменән сығыш яһауға тәҡдимдәр килә. Тимәк, келәм батырҙары үҙҙәренең еңеүҙәре менән күптән инде исем яулаған. Был маҡсатлы йүнәлештә эш алып барыу һөҙөмтәһе.

- Бында, әлбиттә, тренерҙарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте ята.

- Милли көрәш буйынса беҙҙә бөтәһе ете тренер эшләй: Айгиз Яҡшыбаев, Илшат Вәлитов, Венер Нәбиев, Юлыҡ ауылынан Илфат Дәүләтбаев, Борис Миңлебаев, Барый Миңлебаев, Икенсе Этҡолдан Рауил Арыҫланов, Темәстән Самат Намаскаев һәм башҡалар. Таулыҡайҙан Рәмил Байегетов хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә был тәңгәлдә уңышлы эшләүен дауам итә.

- Спорт мастерлығына кандидаттар бармы?

- Беҙҙең көрәшселәр йыл һайын үҙҙәренең оҫталығын арттырып, шундай юғары исемгә лайыҡ була. Быйыл, мәҫәлән, Руслан Дәүләтбаев, Рөстәм Дәүләтбаев, Ирхан Ғүмәров, Ильяс Байымов спорт мастерлығына кандидат исеменә лайыҡ булды.

- Уларға алмашҡа килеүселәр бармы?

- Эйе, лайыҡлы алмашсылар үҫеп килә. Улар араһынан бер туғандар Аслан, Солтан, Бари Миңлебаевтар, Азамат һәм Тимур Тимербулатовтар, Шамил Хәмитов, Нияз Байегетов, Ғәлим Дәүләтшин һәм башҡаларҙы атап китергә мөмкин.

- Илшат Нуриәхмәт улы, башҡорт милли көрәшен үҫтереүгә индергән тос хеҙмәтегеҙ ҙур баһаға лайыҡ. Һеҙгә һәм һеҙҙең тәрбиәләнеүселәргә тағы ла юғарыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ. Уңыштар һеҙгә!

Баймағымдың бил бирмәҫ келәм батырҙары
Баймағымдың бил бирмәҫ келәм батырҙары
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас