Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнде, тип хәбәр иттеләр республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Илдең төп ғаилә конкурсын Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән берлектә Балаларға ярҙам фонды ойоштора.
Быйыл «Йыл ғаиләһе» конкурсы туғыҙынсы тапҡыр уҙғарыла. Конкурстың төбәк этабына 65 ғариза килгән. Был иһә уҙған йылға ҡарағанда 26-ға күберәк. Иң күбе «Күп балалы ғаилә» һәм «Ғаилә — традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияларында ҡабул ителгән. Республика конкурсы еңеүселәрен ойоштороу комитеты билдәләне, уның составында Башҡортостан министрлыҡтары, ведомстволары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре эшләне.
«Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында «Алтын ғаилә» номинацияһында — Мәсетле районынан Хафизовтар ғаиләһе, «Ишле ғаилә» номинацияһында — Күмертауҙан Корниловтар ғаиләһе, «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында — Благовар районынан Яҡуповтар ғаиләһе, «Ғаилә —традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында Өфөнән Мөлөковтар ғаиләһе еңеү яуланы. Конкурс еңеүселәре һәм призерҙарының тулы исемлеге менән Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
Ойоштороу комитеты ҡарары буйынса «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсында республика исеменән Салауат районынан Мәмлиевтар ғаиләһе ҡатнаша.
«Республика ғаиләләре йыл һайын «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбендә», — тип билдәләнеләр Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. — 2016 йылда Өфөнән Семеновтар ғаиләһе «Ишле ғаилә» номинацияһында еңеү яуланы, 2017 йылда Ейәнсура районынан Ҡунаҡбаевтар — «Ауыл ғаиләһе», 2018 йылда Учалы районынан Исхаҡовтар — «Ғаилә — традицияларҙы һаҡлаусы», 2019 йылда Тәтешле районынан Арманшиндар — «Ауыл ғаиләһе», 2020 йылда Нуриман районынан Шәйхелисламовтар «Алтын ғаилә», 2021 йылда Салауат районынан Хәйрисламовтар — «Йәш ғаилә» номинацияһында, 2022 йылда Тәтешленән Муллаәхмәтовтар — «Ауыл ғаиләһе», 2023 йылда Стәрлетамаҡ районынан Әхмәровтар «Ғаилә — традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында билдәләнде.
Сығанаҡ: