Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
22 Май 2024, 04:00

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Улар араһында баймаҡтар ҙа бар. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Республика Башлығының тейешле указына 15 майҙа ҡул ҡуйылған һәм бөгөн ул рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан.

Бүләкләнеүселәр араһында — Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Шаран райондары, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре бар.

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылған. Был награда, республика ҡануниәтенә ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырылырға тейеш.

Әйткәндәй, «Башинформ» Башҡортостанда 55 ҡатын-ҡыҙҙың «Әсәлек даны» миҙалы аласағы тураһында хәбәр иткәйне.

Сығанаҡ:

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-21/50-mnogodetnyh-materey-bashkirii-nagrazhdeny-medalyu-materinskaya-slava-3776488

Фото: "Башинформ"

 
Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде
Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас