Миңһылыу Шәрифулла ҡыҙы урындағы йәмәғәт ойошмаһының эшен үҙенсәлекле итеп ойоштороп ҡына ҡалмай, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенең һәм райондың тормошонда әүҙем ҡатнаша.Уның етәкселегендәге ағинәйҙәр район һәм республика кимәлендә үҙҙәренең бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша, төрлө сараларҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, "Бәхетнамә"лә сығыш яһай.
Миңһылыу Сәлимова - башҡорт матбуғатының тоғро һәм һыналған дуҫы.Ул "Һаҡмар" гәзитен күтәрмәләүгә, уны халыҡ араһында пропагандалауға күп көс һала.Гәзит уҡыусылар араһында уйнатыу өсөн приздар фондын булдырыуға үҙ өлөшөн индерә.
"Изге подписка" акцияһына ҡушылып Миңһылыу Сәлимова бер нисә ғаиләгә район баҫмаһын бүләк итә. Был юлы ул Ишмөхәмәт ауылынан Фәриҙә Самарбаеваға ярты йылға "Һаҡмар" бүләк итте.Ағинәйҙәр шулай була, афарин!