Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
19 Май 2024, 17:08

"Хәләл Баймаҡ" ит комбинаты продукцияһы һәр саҡ үтемле

Бында етештерелгән ярымфабрикаттар юғары сифатлы, хәләл булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә

"Хәләл Баймаҡ" ит комбинаты продукцияһы һәр саҡ үтемле"Хәләл Баймаҡ" ит комбинаты продукцияһы һәр саҡ үтемле
"Хәләл Баймаҡ" ит комбинаты продукцияһы һәр саҡ үтемле

"Хәләл Баймаҡ" ит комбинатын Урал аръяғы райондарында ғына түгел, ә Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә, хатта күрше өлкәләрҙә яҡшы беләләр, юғары баһалайҙар.Сөнки фермер хужалығында аҫралған мал итенән етештерелгән тәбиғи продукция башҡа бер төбәктә лә юҡ. Билмән, ҡаҙы, тефтель, ыҫланған йылҡы майы, фрикадельки, фарш һәм башҡаһы - бында ике  тиҫтәгә яҡын продукция етештерелә һәм халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.

Ит комбинаты йәкшәмбе баҙарына ла үҙенең продукцияһын сығара.Бөгөн һатыусы Ғәлиә Ханафина баймаҡтарға предприятиела эшләнгән аҙыҡ-түлекте тәҡдим итте.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас