Ғаилә йылы
17 Май 2024, 05:30

Ансар менән ғорурланабыҙ

Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар төркөмө эшлшәй. Унда ла һәләтле балалар бар. Шуларҙың береһе - Сейсимбин Ансар.

Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар төркөмө эшлшәй. Унда ла һәләтле балалар бар. Шуларҙың береһе - Сейсимбин Ансар.
Ансар бик талантлы бала. Ул һәр эшкә яуаплы ҡарай, матур итеп һүрәт төшөрә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Баймаҡ ҡалаһының Йәш натуралистар станцияһы үткәргән һәр бер конкурстарҙа призлы урындар яулай. Күптән түгел “Ватан менән ғорурланабыҙ” исеме аҫтында үткән республика конкурсында беренсе урын алды. Оҫта итеп аппликациялар, пластилиндан матур - матур фигуралар эшләй.

Ул үҙенең эштәрен өлкәндәргә лә, балаларға ла ҙур ҡәнәғәтлек менән бүләк итә. Шулай уҡ Ансарға бигерәк тә математика дәресе оҡшай, төрлө мәсьәләләр сисергә ярата. Ул быйыл мәктәпкә уҡырға бара. Киләсәктә лә Ансарҙың яңы таланттары асылыр тип ышанабыҙ.

Баймаҡ ҡалаһының «Йондоҙло» балалар баҡсаһы педагогтары:
Нурдәүләтова А.3., Фәйезова Г.Х.

Ансар менән ғорурланабыҙ
Ансар менән ғорурланабыҙ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас