Ғаилә йылы
17 Май 2024, 05:00

Ғаилә йылына - волейбол

Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Баймаҡ ҡалаһының "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексында Ғаилә йылына арналған 2010 йылда тыуған уҡыусы үҫмерҙәр араһында волейбол ярышы үтте. Унда ҡаланан һәм ауылдарҙан һигеҙ команда көс һынашты. Дөйөм мәрәйҙәр буйынса Беренсе Төркмән ауылы командаһы беренсе урынды яуланы. Иҫке Сибай - икенсе, Сыңғыҙ ауылы командаһы өсөнсө урындарға сыҡты. 

Илназ Тулыбаев - "Иң яҡшы уйынсы", Арсен Мәхмүтов - "Иң яҡшы һөжүмсе", Фәиз Ваһапов "Иң яҡшы бәйләүсе" номинацияларында билдәләнде.

Еңеүсе командаларға Почет грамоталары, миҙалдар тапшырылды. 

Ғаилә йылына - волейбол
Ғаилә йылына - волейбол
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас