+24 °С
Ямғыр
Район хакимиәте башлығы ҡарары менән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының "Сәләмәт ауыл" һәм "Сылтыр шишмә" конкурстарына 15 майҙан старт бирелде.
Сыңғыҙ ауылы халҡы бөгөн урындағы клубта ойоштороу комитетының ултырыш үткәреп, районда иң беренсе булып атап үтелгән конкурстарға ҡушылды. Уның эшендә Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев, Ҡоролтай вәкилдәре, ауыл халҡы ҡатнашты.
Һүҙҙе изге эш менән дә нығытты сыңғыҙҙар: Ялан үҙәк шишмәһен кәртәләп алдылар, был тәңгәлдә ауылдың ир-егеттәре ҙур тырышлыҡ күрһәтте, эшҡыуарҙар төҙөлөш материалдары бүлде.Йыйылышта ошо биләмәгә ағастар ултыртыу тураһында килешелде.
Был хаҡта тулы мәғлүмәт менән гәзит биттәрендә танышырһығыҙ.