+24 °С
Ямғыр
Сибай медицина училищеһын тамамлаған ваҡыттан алып Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләүсе Сәриә Байымова үҙ эшенең ысын оҫтаһына әүерелгән.Оҙаҡ йылдар эшләү осоронда ул бай тәжрибә тупланы, намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй ҡаҙанды, коллегаларының һәм пациенттарҙың хаҡлы ихтирамын яуланы.
Сәриә Әҙеһәм ҡыҙы ошо көндәрҙә үҙенең матур юбилейын да билдәләне.Уны ғүмер байрамы һәм Шәфҡәт туташтары көнө менән ысын йөрәктән тәбрикләп, иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ, эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, һаулыҡ теләйбеҙ.