+21 °С
Облачно
Башҡортостандан дүрт йәш пар Мәскәүҙә өйләнешә. Улар Ишембайҙан Аиша һәм Эмиль, Сибайҙан Альфира һәм Наил, Әбйәлил районынан Юлиә һәм Аяз, Баймаҡтан Рәйхана һәм Айгиз. Ғаилә ҡороу тантанаһы баш ҡаланың “ВДНХ”а үҙәгендә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумында ойошторола. Республика вәкилдәре баш ҡалала ойошторолған беренсе халыҡ-ара туй фестивалендә тантаналы рәүештә никах теркәй. Сара ҡунаҡтарына халҡыбыҙҙың милли йолалары күрһәтелә.