+24 °С
Ямғыр


Был фотоға Ҡолсора, Муллаҡай, Үрге Иҙрис һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарының һуғыш ҡаһармандары, тыл ветерандары 9 май тантанаһынан һуң төшкән.80-се йылдарҙа.Һуғышта фашисты еңеп, һуңынан колхозды күтәргән, фиҙаҡәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанған ҡаһарман олатай һәм өләсәйҙәр улар.Араларында Дан орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың тормош юлдашы Сөйөмбикә Рәхим ҡыҙы ла бар.Ул йыл һайын Ҡолсораға Еңеү тантанаһына килә торғайны.Сығышы менән Йомаштан булһа ла, Әҙеһәм Ғәле улы һуғыштан һуң Муллаҡайҙа уҡытыусы булып эшләй һәм шул ауылда ерләнгән.